Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 39:5 - Изге Яҙма

5 Халдейҙар ғәскәре уларҙың арттарынан төштө. Улар Сидкияһты, Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етеп, Хамаҫ ерендәге Ривлаға, Бабил батшаһына алып килделәр. Шунда Навуходоносор уға хөкөм сығарҙы.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Әммә халдейҙар ғәскәре уларҙың арттарынан төштө. Улар Сидкияһты Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етеп, Хамаҫ ерендәге Ривлаға, Бабил батшаһына алып килделәр. Шунда Навуходоносор уға хөкөм сығарҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Халдейҙар ғәскәре уларҙың арттарынан төштө. Улар Сидкияһты, Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етеп, Хамаҫ ерендәге Ривлаға, Бабил батшаһына алып килделәр. Шунда Навуходоносор уға хөкөм сығарҙы.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 39:5
26 Referencias Cruzadas  

Йәрүсәлимдә башҡа батшалыҡ итмәһен өсөн, фирғәүен Нехо Йеһоахазды Хамаҫ ерендә, Ривлала, әсиргә алды һәм Йәһүҙәгә йөҙ талант көмөш, бер талант алтын күләмендә түләү һалды.


Исраилдар Гилгалда туплам ҡорҙо һәм шул уҡ айҙың ун дүртенсе көнөндә, кис, Йерихо тигеҙлегендә Ҡотҡарылыу байрамын үткәрҙе.


Бөтә ҡатындарың һәм балаларыңды халдейҙарға алып китерҙәр. Һин дә уларҙан ҡотола алмаҫһың, Бабил батшаһының ҡулына эләгерһең, ә был ҡала яндырылыр.


Әммә Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтарына бирелмәһәң, был ҡала халдейҙар ҡулына тапшырылыр, һәм уны яндырырҙар. Һин дә уларҙың ҡулынан ҡасып ҡотола алмаҫһың».


Ҡырҡ меңгә яҡын яугир, һуғышҡа әҙер булып, Раббы алдынан Йерихо тигеҙлегенә ҡарай атланы.


Тормошобоҙҙоң һулышы – Раббының мәсихе, батшабыҙ Уларҙың тоҙағына эләкте. Ә беҙ: «Халыҡтар араһында Уның күләгәһендә йәшәрбеҙ», – тигән инек.


Ауыр ҡоллоҡ, ғазап сиккән Йәһүҙә Инде һөргөнгә ҡыуылды. Ят ҡәүемдәр араһында төйәкләнде, Тик унда ла тынғылыҡ тапманы. Хәсрәт уртаһында уны Эҙәрләүселәре ҡыуып тотто.


Минән килгән был ел ифрат көслө булыр. Инде был халыҡҡа Үҙ хөкөмөмдө әйтермен.


Раббы уларға Ашшур батшаһының хәрби башлыҡтарын ебәрә, улар Менашшены әсиргә ала, танауына ҡулса тағып, Бабилға алып китә.


Батшаны әсиргә алып, Ривлаға Бабил батшаһына килтерҙеләр һәм шунда уға хөкөм сығарҙылар.


Ашшур батшаһы Бабил, Куҫа, Ғаууа, Хамаҫ һәм Сефарваим ҡалаларында йәшәгән кешеләрҙе исраилдар урынына күсерҙе. Улар Самария ҡалаларында төйәкләнде һәм уларға хужа булды.


Хамаҫ батшаһы Тоғи, Дауыттың Һададғәзәр ғәскәрен тар-мар иткәнен ишеткәс,


биш пелешти бейе, Ливан тауҙарында, Бәғел-Хермон тауынан алып Лево-Хамаҫҡа тиклем, йәшәгән барлыҡ ҡәнғәниҙәр, сидондар һәм хиууиҙәр.


гевалдарҙың ерҙәре, ә көнсығышта – Хермон тауы итәгендәге Бәғел-Ғадтан алып Лево-Хамаҫҡа тиклем тотош Ливан.


Ерҙәре ниндәй – уңдырышлымы, түгелме? Урманы бармы, юҡмы? Ҡыйыу булығыҙ, ундағы емештәрҙе алып ҡайтығыҙ. Йөҙөм бешә башлаған мәл ине.


Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».


Ә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ менән түрәләрен, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалып, шул илдә йәки Мысырҙа йәшәгәндәрҙе ашарға ярамаҫлыҡ ошо серек инжир кеүек итәсәкмен, – тип белдерә Раббы. –


Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты ҡан дошманы Бабил батшаһы Навуходоносорҙың ҡулына тапшырған кеүек, Мысыр фирғәүене Хофрағты ла уның йәнен көҫәгән дошмандарына тотторасаҡмын».


Дамаск тураһында. «Хамаҫ менән Арпад аптырашта ҡалды, Сөнки яман хәбәр ишетеп, ебеп төштө. Тыныслана алмаған диңгеҙ кеүек, борсола улар.


Улар, ҡоралланып, яу арбаларында һәм ылауҙарҙа күмәк халыҡ менән килер, эреле-ваҡлы ҡалҡандарын тотоп, торҡа кейеп һине уратып алыр. Һине уларға хөкөм итергә бирәсәкмен, улар һине үҙ ҡанундарына күрә язалаясаҡ.


Ҡурҡыныс та, шәфҡәтһеҙ ҙә улар, Был ҡәүем – үҙенә үҙе ҡанун һәм хаким.


Башлыҡтарығыҙ барыһы бергә ҡасты, Йәйәләренән уҡ атмай ғына тотҡонлоҡҡа барып ҡапты. Ни тиклем алыҫҡа ҡасһалар ҙа, Бөтөнөһө лә әсирлеккә алынды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios