Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 3:23 - Изге Яҙма

23 Ысынлап та, ҡалҡыулыҡтарҙа – ялған, Тауҙарҙа – тик йыйын шауы. Ысынлап та, Исраилдың ҡотолоуы – Беҙҙең Аллабыҙ Раббынан.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Ысынлап та, ҡалҡыулыҡтарҙа – ялған, Тауҙарҙа тик йыйын шауы. Ысынлап та, Исраилдың ҡотолоуы Беҙҙең Аллабыҙ Раббынан.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

23 Ысынлап та, ҡалҡыулыҡтарҙа – ялған, Тауҙарҙа – тик йыйын шауы. Ысынлап та, Исраилдың ҡотолоуы – Беҙҙең Аллабыҙ Раббынан.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 3:23
25 Referencias Cruzadas  

Йә Раббым, ҡалҡ! Ҡотҡара һал, Аллам! Ҡундыр бар дошмандарымдың яңағына; Ҡыра һуҡ бөтә тештәрен яуыздарҙың.


Алла – Ҡотҡарыусым минең, Уға өмөт бағлайым һәм ҡурҡмайым; Сөнки Раббы Аллабыҙ – ҡеүәтем, йырым, Ул минең ҡотҡарыусым!»


Һеҙ – самариялылар – кемгә табыныуығыҙҙы белмәйһегеҙ, ә беҙ беләбеҙ, сөнки ҡотолоу йәһүдтәрҙән килә.


Йәһүҙә халҡын иһә рәхмәтемдән айырмайым һәм ҡотҡарам – йәйә, ҡылыс, һуғыш менән түгел, аттар һәм һыбайлылар менән түгел, бәлки, Аллалары Раббы ҡулы менән ҡотҡарам уларҙы, – тине.


Мин бирәм тип ант иткән илгә уларҙы алып килгәндән һуң, улар һәр бейек ҡалҡыулыҡ, суҡ япраҡлы ағас күреү менән, шунда ҡорбан сала, Мине асыуландырырлыҡ саҙаҡаларын килтерә, хуш еҫ төтәтә, шарап ҡорбандары түгә башланы.


Йә Раббым, мине шифала – һауығайым; Ҡотҡар мине – ҡотолайым – Сөнки мин Һине маҡтайым.


Эй Исраилдың Өмөтө, Ҡайғылы сәғәттә Ҡотҡарыусыбыҙ! Ниңә Һин был ерҙә килмешәктәй, Ҡунырға туҡталған үткенсе кеүекһең?


Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Раббы миңә былай тине: – Хыянатсыл Исраилдың нимәләр эшләгәнен күрҙеңме? Ул, һәр бер бейек тауға, суҡ ботаҡлы ағас аҫтына барып, уйнаш итте.


Ә бит Һин – беҙҙең Атабыҙ! Хатта Ибраһим беҙҙе танымаған, Исраил беҙҙең кемлегебеҙҙе белмәгән булһа ла, Атабыҙ Һинһең, йә Раббы, Әүәлдәрҙән бирле исемең Һинең – «Йолоп алыусыбыҙ беҙҙең».


Эдомдан килә ятҡан кем? Ал кейемдәр кейеп Босранан килгән кем ул? Күҙ ҡамаштырырлыҡ кейемдәрҙә Бөйөк ҡөҙрәт менән килгән кем? «Ул Мин – еңеү иғлан итеүсе, Ҡотҡарырға ҡөҙрәте булған».


Ҡәүемдәрҙең иҫән ҡалғандары, Йыйылығыҙ, яҡыныраҡ килегеҙ! Ағас боттарын йөкмәгән, Ҡотҡара алмаған илаһҡа доға ҡылғандар Бер нәмә лә белмәй.


Ә Исраилды Раббы ҡотҡарыр. Был ҡотолоу мәңгелеккә булыр. Быуаттар буйы Исраил хур булмаҫ, оятҡа ҡалмаҫ.


Ысынлап та, Һин Үҙеңде йәшергән Аллаһың, Исраил Аллаһы, Ҡотҡарыусы!


Бот яһаусылар – бөтәһе лә буш бәндәләр, Яратҡан боттары һис файҙа килтермәй, Боттар, уларҙың шаһиттары, Бер нәмә лә күрмәй ҙә, аңламай ҙа, Шуға күрә хурлыҡҡа ҡалырҙар.


Мин, бары Мин генә – Раббы, Минән башҡа Ҡотҡарыусы юҡ.


Түшәгемдә ятҡанда ла онотмайым, Төндәр буйына Һине уйлап сығам,


Яу көнөнә аттарҙы алдан әҙерләйҙәр, тик еңеүҙе бары Раббы ҡаҙандыра.


Уларҙың балалары ла суҡ япраҡлы ағастар аҫтында, Бейек ҡалҡыулыҡтарҙа, Шулай уҡ илдәге тауҙарҙа ҡоролған Ҡорбан усаҡтарын, Ашераның ҡолғаларын хәстәрләйҙәр. Бөтә биләмәләреңдә эшләгән гонаһтарың өсөн Мөлкәтеңде, бөтә хазиналарыңды, Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарыңды таларға бирермен.


Раббы былай ти: «Яҡуп өсөн ҡыуанып йырлағыҙ! Ҡәүемдәрҙең башлығын данлағыҙ, Уға маҡтау яуҙырығыҙ! „Йә Раббы, ҡотҡар Үҙ халҡыңды – Исраилдың иҫән ҡалғандарын!“ – тип әйтегеҙ.


Ул көн Исраилдың иҫән ҡалғандары, Яҡуп нәҫеленең ҡасып тере ҡалғандары Үҙҙәренә һөжүм иткәндәргә түгел, Ысын күңелдән Раббыға, Исраилдың Изгеһенә, таянырҙар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios