Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 3:15 - Изге Яҙма

15 Мин һеҙгә күңелем ятҡан көтөүселәрҙе бирермен, улар һеҙҙе зирәклек һәм аҡыл менән көтөр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Мин һеҙгә күңелем ятҡан көтөүселәр бирермен, улар һеҙҙе зирәклек һәм аҡыл менән көтөр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Мин һеҙгә күңелем ятҡан көтөүселәрҙе бирермен, улар һеҙҙе зирәклек һәм аҡыл менән көтөр.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 3:15
20 Referencias Cruzadas  

Уларға хәстәрлекле көтөүселәр ҡуйырмын. Башҡаса улар ҡурҡмаҫ, өркмәҫ һәм юғалмаҫ, – тип белдерә Раббы».


Шулай итеп, үҙегеҙ хаҡында һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.


Уларҙы көтөргә бер генә көтөүсене, ҡолом Дауытты ҡуясаҡмын. Уларҙы көтөр, көтөүселәре ул булыр.


Иманлының һүҙе күптәрҙе туҡландыра, ахмаҡты үҙ алйотлоғо һәләк итә.


Ә аҡылды беҙ рухи яҡтан өлгөрөп еткән иманлылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара.


Ҡолом Дауыт уларҙың батшаһы булыр, уларҙың барыһына бер көтөүсе булыр. Улар Минең ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәр, Минең бойороҡтарымды еренә еткереп үтәр.


Раббы Ғайса иһә былай тине: – Ә өйҙөң ышаныслы һәм аҡыллы идарасыһы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.


Һеҙ ҙә, ышаныста үҫеп, ҡотолоуға өлгәшеү өсөн, яңы тыуған сабый һөт һораған кеүек, саф рухи һөткә ынтылығыҙ.


Инде һинең батшалығың оҙаҡҡа бармаясаҡ. Раббы Үҙенең күңеленә хуш килгән кешене тапты, уны Үҙенең халҡына хаким итеп тәғәйенләне, сөнки һин Раббының бойороғон үтәмәнең.


Эй ҡәүемдәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ, Алыҫтағы яр буйҙарына иғлан итегеҙ, Әйтегеҙ: «Исраилды кем таратҡан булһа, Шул Үҙе ҡабаттан йыйып алыр; Малын ҡурсалаған көтөүсе һымаҡ һаҡлар».


– Эй әҙәм улы, Исраилдың көтөүселәренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит һәм уларға, был көтөүселәргә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бары тик үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртҡан Исраил көтөүселәренең башына бәлә! Көтөүселәр ҡуйҙарын көтөргә тейеш түгелме ни?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios