Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 26:6 - Изге Яҙма

6 Шило ҡалаһына нимә эшләһәм, был йортҡа ла шуны ҡылырмын, был ҡаланы ерҙәге барса ҡәүемдәрҙең ләғнәтенә дусар итермен“».

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Шило ҡалаһына нимә эшләһәм, был йортҡа ла шуны ҡылырмын, был ҡаланы ерҙәге барса ҡәүемдәрҙең ләғнәтенә дусар итермен“».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Шило ҡалаһына нимә эшләһәм, был йортҡа ла шуны ҡылырмын, был ҡаланы ерҙәге барса ҡәүемдәрҙең ләғнәтенә дусар итермен“».

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 26:6
20 Referencias Cruzadas  

Уларҙы ерҙәге барлыҡ батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос, ерәнгес бер хәлгә төшөрәм. Ҡайҙарға һөргәнмен, шунда хурлыҡҡа ҡалырҙар, мыҫҡылланырҙар һәм ләғнәтләнерҙәр.


Был ер вайран булып, бында йәшәүселәр ләғнәткә дусар булыр, тигән һүҙҙәремде ишеткәндән һуң, күңелең йомшарҙы һәм үҙеңдең тәкәбберлегеңде йүгәнләнең, ҡайғынан кейемеңде йыртып, алдымда иланың. Шуның өсөн Мин һине ишеттем, – ти Раббы. –


Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә ҡалалары әлеге кеүек емереклек һәм дәһшәт билдәһенә әйләнһен, илдең батшалары һәм түрәләре мәсхәрәгә ҡалһын, ләғнәтләнһен өсөн эсерҙем мин ул шарапты.


Исемегеҙ һайлап алған халҡымдың ауыҙында Бары ҡарғыш өсөн тороп ҡалыр. Раббы Хаким һеҙҙе үлемгә дусар итер, Ә Үҙенең ҡолдарына башҡа исем бирер.


Мин килгән саҡта, ерҙе харам ҡылмаҫ өсөн, ул атайҙарҙың йөрәген балаларына, балаларыныҡын атайҙарына табан борор.


Тотош Исраил Һинең ҡануныңды тотманы – тыңларға теләмәйенсә, Һинән йөҙ сөйөрҙө. Шуға күрә Алла ҡоло Мусаның ҡанунында яҙылған ҡаты ләғнәт башыбыҙға төштө, сөнки беҙ Һинең алда гонаһ ҡылдыҡ.


Раббы башҡаса яуыз ғәмәлдәрегеҙгә һәм әшәкелектәрегеҙгә түҙеп тора алманы. Шунлыҡтан, бөгөн күрәһегеҙ, илегеҙ бушлыҡҡа, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә әйләнде. Унда йәшәүсе кеше ҡалманы.


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә асыуым менән ярһыуым нисек түгелгән булһа, Мысырға барғас, һеҙгә лә ажарым шулай түңкәреләсәк. Һеҙ ләғнәт һәм дәһшәт, ҡарғыш һәм мәсхәрәгә ҡаласаҡһығыҙ һәм был ерҙе башҡа күрә алмаҫһығыҙ».


Шул арҡала Йәһүҙәнән Бабилға һөргөнгә ҡыуып килтерелгәндәр араһында: Раббы һине Бабил батшаһы утта яндырған Сидкияһ менән Ахав көнөнә төшөрһөн! тигән ҡарғыш йәшәп ҡаласаҡ.


Шуға ла Мин Изге йорттоң башлыҡтарын харам ҡылдым, Яҡупты – һәләкәткә, Исраилды хурлыҡҡа дусар иттем.


Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо.


– Бөтә ер йөҙөнә яуасаҡ ләғнәт был, – тине фәрештә. – Уның бер яғында яҙылғанса, урлашҡан һәр кеше язаһыҙ ҡалмаясаҡ. Икенсе яғында яҙылғанса, ялған ант иткәндәр ҡыуыласаҡ.


Ҡылыс, аслыҡ, ҡырғын менән эҙәрләйәсәкмен. Быларҙы күргән ер йөҙөндәге барлыҡ батшалыҡтар дәһшәткә төшәсәк. Үҙем ҡыуып ебәргән барса ҡәүемдәр араһында уларҙы ҡотто ала торған ерәнгес бер хәлгә төшөрәсәкмен, ғибрәткә әйләндерәсәкмен, оятҡа ҡалдырасаҡмын, мәсхәрә итәсәкмен.


Яныңдан үткәндәр бот сабып аптырар, Мыҫҡыллап һыҙғырып ҡуйыр: «Бөтә донъяның шатлығы, Гүзәллек өлгөһө булған ҡала ошомо?» – тип, Йәрүсәлим-ҡыҙға ҡарап башын сайҡар.


Бөтә дошмандарың һине мәсхәрәләп көлә, Һыҙғыра, тештәрен шығырлата: «Уны йоттоҡ, ошо көндө күптән көтә инек, Ахырҙа беҙ уны күрҙек!» – тиҙәр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios