Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 26:2 - Изге Яҙма

2 – Раббы былай ти: «Раббы йортоноң ихатаһына баҫ та Йәһүҙә ҡалаларынан бында ғибәҙәт ҡылырға килеүселәрҙең барыһына ла Мин һиңә әйтергә ҡушҡандарҙы еткер, бер һүҙен дә кәметмә!

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Раббы былай ти: «Раббы йортоноң ихатаһына баҫ та Йәһүҙә ҡалаларынан бында ғибәҙәт ҡылырға килеүселәрҙең барыһына ла Мин һиңә әйтергә ҡушҡандарҙы еткер, бер һүҙен дә кәметмә!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 – Раббы былай ти: «Раббы йортоноң ихатаһына баҫ та Йәһүҙә ҡалаларынан бында ғибәҙәт ҡылырға килеүселәрҙең барыһына ла Мин һиңә әйтергә ҡушҡандарҙы еткер, бер һүҙен дә кәметмә!

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 26:2
32 Referencias Cruzadas  

Мин һеҙгә бирәсәк әмерҙәргә бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә. Аллағыҙ Раббының минең аша белдергән бойороҡтарын үтәгеҙ.


Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Раббы бойороғо буйынса Төфәҫтә пәйғәмбәрлек итеп ҡайтҡандан һуң, Йермеяһ, Раббы йортоноң ихатаһына баҫып, барса халыҡҡа иғлан итте:


Ә һин билеңде быу ҙа әҙерлән! Мин ни бойорһам, шуның һәммәһен уларға еткер. Уларҙан ҡурҡма, Юҡһа уларҙың алдында үҙеңде ҡурҡыуға һалырмын.


Һеҙгә файҙалы булырҙай бер нәмәне лә бәйән итмәй ҡалдырманым, һеҙҙе халыҡ алдында ла, өйҙән-өйгә йөрөп тә өйрәттем.


Һәр көн улар Алла йортонда һәм өйҙәрҙә Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләүҙән һәм өйрәтеүҙән туҡтаманы.


– Мин асыҡтан-асыҡ, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем.


Ул тағы ла миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, Мин әйткән бөтә һүҙҙәрҙе күңелеңдә һаҡла һәм ҡолағыңа киртеп ҡуй.


Шафан кәтиптең улы Гемаръяһтың өҫкө ихатала Раббы йортоноң Яңы ҡапҡаһына ингән ерҙә урынлашҡан бүлмәһендә Барух Йермеяһтың төргәк китапҡа яҙылған һүҙҙәрен бөтә халыҡҡа ҡысҡырып уҡыны.


Әгәр пәйғәмбәр төш күргән икән, уны төшө итеп һөйләһен, ә кемгә һүҙемде ебәргәнмен икән, уны тоғро итеп еткерһен, – тип белдерә Раббы. – Кәбәк менән саф бойҙайҙың ниндәй уртаҡлығы бар?


– Раббы йортоноң ҡапҡаһы янына баҫ та кешеләргә бына ошо һүҙҙәрҙе еткер: «Раббыға ғибәҙәт ҡылыр өсөн был ҡапҡанан ингән барлыҡ Йәһүҙә кешеләре, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!


Һеҙгә әйтеп ҡуям, мин бойорғандарҙың барыһын да теүәл үтәгеҙ; үҙегеҙҙән бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә.


Әгәр берәйһе был пәйғәмбәрлек китабы һүҙҙәренең берәйһен төшөрөп ҡалдырһа, Алла был китапта яҙылған тормош ағасынан һәм изге ҡаланан ул кешенең өлөшөн төшөрөп ҡалдырыр.


Шул мәл берәү килеп: – Ана, ҡарағыҙ, һеҙ төрмәгә ултыртҡан кешеләр Алла йортонда халыҡты өйрәтә, – тип хәбәр итте.


Иртә менән яңынан Алла йортона килде һәм Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Ул, ултырып, уларҙы аң-белемгә өйрәтә башланы.


Ғайса көн һайын Алла йортонда аң-белемгә өйрәтте. Баш ҡаһиндар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары иһә Уны һәләк итергә әмәл эҙләне.


Йермеяһ пәйғәмбәр уларға: – Үтенесегеҙҙе ишеттем, – тине. – Аллағыҙ Раббыға һеҙ һорағанса доға ҡылырмын. Раббының әйткәнен һеҙгә белдерермен, бер һүҙен дә йәшереп ҡалдырмам.


Аллағыҙ Раббы бөтә ырыуҙарығыҙҙың ерҙәре араһынан Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урынға ғына барығыҙ, Раббыға унда табынығыҙ.


Һин, Йермеяһ, быларҙың бөтәһен дә уларға һөйләрһең, әммә улар һиңә ҡолаҡ һалмаясаҡ. Һин уларҙы саҡырырһың, әммә улар яуап ҡайтармаясаҡ.


– Мин һине, эй әҙәм улы, Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин, ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң.


Ул миңә: – Әҙәм улы! Күҙең менән күр, ҡолағың менән ишет. Үҙеңә күрһәткән бөтә нәмәгә күңел биреп баҡ, – тине. – Мин һиңә шуны күрһәтһен өсөн бында килтерелдең. Күргәндәреңдең бөтәһен дә Исраил халҡына еткер.


Йушағ Исраилдың бөтә йәмғиәтенә – ҡатын-ҡыҙҙы ла, бала-сағаны ла, араларында йәшәгән килмешәктәрҙе лә индереп – Муса ҡушҡандарҙың бөтәһен дә уҡыны, бер генә һүҙен дә ҡалдырманы.


Ләкин Раббы миңә былай тине: – Һин үҙеңде, йәшмен, тип әйтмә! Мин һине кемгә ебәрһәм, шуға барырһың, һиңә нимә бойорһам, шуны һөйләрһең.


Йермеяһ пәйғәмбәр бөтә Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә былай тине:


Йермеяһ пәйғәмбәр ҡаһиндар һәм Раббы йортонда торған халыҡ алдында, Хананъяһ пәйғәмбәргә яуап ҡайтарып,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios