Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 24:5 - Изге Яҙма

5 – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин был урындан Халдей еренә Үҙем һөргөнгә ебәргән Йәһүҙә кешеләрен ошо яҡшы инжиргә оҡшатам.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин был урындан Халдей еренә Үҙем һөргөнгә ебәргән Йәһүҙә кешеләрен ошо яҡшы инжирға оҡшатам.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин был урындан Халдей еренә Үҙем һөргөнгә ебәргән Йәһүҙә кешеләрен ошо яҡшы инжиргә оҡшатам.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 24:5
21 Referencias Cruzadas  

Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».


Раббы игелекле – ҡайғы көнөндә һыйыныр урын, Үҙенә өмөт бағлағанды хәстәрләй.


Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.


Ләкин Алла һалған нигеҙ ныҡлы, унда бындай һүҙҙәр яҙылған: «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» һәм: «Раббының исемен телгә алған һәр кем яуызлыҡтан ситләшһен».


Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ?


Алланы яратыусы иһә Алла тарафынан таныла.


Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға – бөтә нәмә яҡшыға ғына.


Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара.


Ләкин ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: мин һеҙҙе белмәйем», – тип яуап ҡайтарған.


Ул сүлдә ата-бабаларың да белмәгән майҙә менән тамағыңды туйҙырҙы. Ә Ул быларҙы һине баҫалҡыландырыр һәм һынар, ә һуңынан игелек ҡылыр өсөн эшләне.


Шунан Миңә Раббы һүҙе булды:


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ебәргән бөтә кешеләргә былай ти:


Ә һеҙ, Минең тарафтан Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ебәрелгәндәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ.


Шуға күрә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һеҙҙе халыҡтар араһынан йыйып алырмын да Үҙем һибеп таратҡан ерҙәрҙән кире ҡайтарырмын. Исраил тупрағын яңынан һеҙгә бирермен».


Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, дошман ерендә уларҙы тулыһынса юҡ итмәҫ һәм төҙөшкән килешеүемде боҙмаҫ өсөн, уларға ерәнеп ҡарамам һәм уларҙан бөтөнләйгә ваз кисмәм, сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын.


Сөнки һеҙҙең турала нимә ниәт иткәнемде бары Үҙем генә беләм, – тип белдерә Раббы. – Ниәттәрем һеҙгә бәлә түгел, ә именлек алып килә, һеҙгә матур киләсәк менән өмөт бирә.


Улар Минең ҡанундарым буйынса йәшәр, ҡағиҙәләремде тотор. Шул саҡта улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios