Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 24:2 - Изге Яҙма

2 Кәрзиндәрҙең береһендә – иртә өлгөргән яҡшы инжир, икенсеһендә – ашарға ярамаҫлыҡ булып серегән насар инжирҙәр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Кәрзиндәрҙең береһендә иртә өлгөргән яҡшы инжир, икенсеһендәге ашарға ярамаҫлыҡ булып серегән насар инжирҙәр ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Кәрзиндәрҙең береһендә – иртә өлгөргән яҡшы инжир, икенсеһендә – ашарға ярамаҫлыҡ булып серегән насар инжирҙәр.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 24:2
11 Referencias Cruzadas  

Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йөҙөм баҡсаһы – Исраил халҡы ул; Яратып ултыртҡан йөҙөм үҫентеләре – Йәһүҙә кешеләре! Ул ғәҙеллек көткәйне – бына ҡан ҡойош. Ул хаҡлыҡ көткәйне – һыҡтау!


Баҡсам өсөн тағы нимә эшләмәнем? Татлы йөҙөм көттөм, ә ул ниңә әсе емеш бирҙе?


Ҡайғы миңә! Йәйге уңыш йыйып алынғас, Йөҙөм ҡыуағында бер тәлгәш емеш таба алмаған, Иртә өлгөргән инжирҙән бер бөртөк тә Ауыҙ итә алмаған кешеләй булдым.


Һеҙ – ерҙең тоҙо. Әгәр тоҙ үҙенең тәмен юғалтһа, уны ҡабат нисек тоҙло итерһегеҙ? Ул инде аяҡ аҫтына сығарып ташлауҙан башҡаға ярамаҫ.


«Сүлдә йөҙөм ҡыуағы тапҡандай, Мин Исраилды таптым, Мин ата-бабаларығыҙҙы Емеше иртә өлгөргән инжир ағасылай күрҙем. Улар иһә Бәғел-Пеғорға килде, Күңелдәрен ерәнгес ботҡа бағышланы; Үҙҙәре лә яратҡан боттары һымаҡ Ҡәбәхәт хәлендә ҡалды.


«Уларҙың өҫтөнә ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын ебәрәм. Уларҙы ашарға яраҡһыҙ серек инжир емеше һымаҡ итәм.


Бөтә ҡәлғәләрең менән һин үҙең Емеше өлгөргән инжир ағасына тиңһең. Һелкетеү менән, ашарға теләгәндең Ауыҙына өҙөлөп төшәсәкһең.


Ерҙә үҫтерелгән һәм Раббыға килтерелгән тәүге уңыштың һәммәһе һинеке булыр. Йортоңдағы бөтә пак кеше уны ашай ала.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios