Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 22:10 - Изге Яҙма

10 Үлгән өсөн иламағыҙ, йәш түкмәгеҙ; Һөргөнгә алып кителгәнгә әрнеп илағыҙ, Сөнки ул инде әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған ерен башҡаса күрмәҫ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Үлгән өсөн иламағыҙ, йәш түкмәгеҙ; Һөргөнгә алып кителгәнгә әрнеп илағыҙ, Сөнки ул инде әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған ерен инде башҡаса күрмәҫ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Үлгән өсөн иламағыҙ, йәш түкмәгеҙ; Һөргөнгә алып кителгәнгә әрнеп илағыҙ, Сөнки ул инде әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған ерен башҡаса күрмәҫ.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 22:10
19 Referencias Cruzadas  

Атаһы Йошияһ урынына Йәһүҙә батшаһы булған һәм был илдән һөргөнгә алып кителгән Шаллум Йошияһ улы тураһында Раббы былай ти: – Ул ҡабаттан бында ҡайтмаясаҡ,


Шунда мин инде мәрхүм булғандарҙы ҡотлап, улар әлегә тере булғандарҙан бәхетлерәк, тинем.


Баҫыуҙа уңыш булмағанлыҡтан, Асҡа интегеп үлеүселәргә ҡарағанда, Ҡылыстан һәләк булғандар бәхетлерәк.


Тәҡүә кеше үлеп китә – Һис кем быны күңеленә яҡын алмай. Тоғро әҙәм мәрхүм була – Ни өсөн икәнен бер кем дә аңламай. Яуызлыҡтан ҡотолһон тип, тоғро кешеләр алына –


Шуға күрә Мин һине ата-бабаларың янына оҙатырмын, һин тыныслыҡта дәфен ҡылынырһың. Күҙҙәрең был урынға Мин килтерәсәк оло һәләкәтте күрмәҫ“». Ҡайтып, был яуапты батшаға һөйләп бирҙеләр.


Ғайса иһә, боролоп, уларға былай тине: – Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Минең өсөн иламағыҙ, ә үҙегеҙ һәм балаларығыҙ өсөн илағыҙ.


Шуға күрә Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тураһында былай ти: «Уның өсөн бер кем дә: „Аһ, туғаным! Аһ, ҡарындашым һымаҡ яҡыным!“ – тип ҡайғырмаҫ. Уның өсөн һис кем: „Эй хакимым! Эй ғали йәнәп!“ – тип йәшен түкмәҫ.


Фирғәүен Нехо Йеһоахаздың ағаһы Әлъяҡимды, исемен Йеһояҡим тип үҙгәртеп, Йәһүҙә менән Йәрүсәлим өҫтөнән батша итеп ҡуя, Йеһоахазды иһә Мысырға алып китә.


Мәрхүм өсөн йәш түгеүсене йыуатып, бер кем дә икмәк һындырмаҫ, ата-әсәһе вафат булғандарға эсергә йыуаныс көрәгәһе һоноусы булмаҫ.


– Йермеяһ, һин уларға, Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай тип әйтә тиң: «Эсегеҙ, иҫерегеҙ, ҡоҫоғоҙ, йығылығыҙ ҙа башҡа тормағыҙ, сөнки Мин һеҙҙең өҫтөгөҙгә ҡылыс ебәрәм».


Бынан тыш Йәһүҙә батшаһы Йехонъяһ Йеһояҡим улын һәм Бабилға һөргөнгә ҡыуылған бөтә Йәһүҙә кешеләрен кире ҡайтарам, – тип белдерә Раббы. – Сөнки Бабил батшаһының ҡалыбын һындырып ташлайым».


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә асыуым менән ярһыуым нисек түгелгән булһа, Мысырға барғас, һеҙгә лә ажарым шулай түңкәреләсәк. Һеҙ ләғнәт һәм дәһшәт, ҡарғыш һәм мәсхәрәгә ҡаласаҡһығыҙ һәм был ерҙе башҡа күрә алмаҫһығыҙ».


Иҫән ҡалған һәм Мысырҙа төйәкләнергә тип киткән йәһүҙиҙәрҙең береһе лә ҡотолоп ҡалмаҫ, Йәһүҙәгә ҡайта алмаҫ. Улар бөтөн булмыштары менән Йәһүҙәгә ҡайтырға ашҡыныр, ләкин ҡасып киткәндәрҙең бик аҙы ғына әйләнеп ҡайтыр».


– Эй әҙәм улы, бер ауырыу ебәреп, күҙҙәреңдең ҡыуанысын тартып аласаҡмын. Әммә һыҡтама, илама, күҙҙәреңдең йәше түгелмәһен.


Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Мысыр фирғәүене Нехо, Ашшур батшаһына ярҙам итер өсөн, яу менән Евфрат йылғаһына йүнәлде. Йошияһ батша уға ҡаршы сыҡты һәм фирғәүен, Йошияһ менән Мегиддола осрашып, уны үлтерҙе.


Ҡайтам, тип йән атҡан ерегеҙгә ҡабат бер ваҡытта ла ҡайта алмаҫһығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios