Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 20:9 - Изге Яҙма

9 Әгәр ҙә мин: «Башҡаса Уны иҫкә алмайым, Инде Уның исеменән һөйләмәйем», – тиһәм, Һинең һүҙең эсемдә ялҡындай дөрләп яна, Елегемә үтеп өтөп ала, Уны эстә тоторға маташып хәлдән тайҙым, Инде әмәлем ҡалманы.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Әгәр ҙә мин: «Башҡаса Уны иҫкә алмайым, Инде Уның исеменән һөйләмәйем», – тиһәм, Һинең һүҙең эсемдә ялҡындай дөрләп яна, Елегемә үтеп өтөп ала, Уны эстә тоторға маташып, хәлдән тайҙым, Инде әмәлем ҡалманы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Әгәр ҙә мин: «Башҡаса Уны иҫкә алмайым, Инде Уның исеменән һөйләмәйем», – тиһәм, Һинең һүҙең эсемдә ялҡындай дөрләп яна, Елегемә үтеп өтөп ала, Уны эстә тоторға маташып хәлдән тайҙым, Инде әмәлем ҡалманы.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 20:9
21 Referencias Cruzadas  

Ул мине тәрән соҡорҙан, Батҡаҡтан тартып сығарҙы, Аяҡтарымды ташҡа баҫтырҙы, Аҙымдарымды нығытты.


Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе.


Рух мине күтәрҙе лә алып китте. Раббының көслө ҡулы өҫтөмдә булған хәлдә әсенеш һәм асыу менән киттем.


Силас менән Тимоҫеусты көтөп Афинала йөрөгәндә, Паулус бында һындарҙың күп булыуына әсенде.


Мин Раббының асыуына тулышҡанмын, Уны башҡаса тотоп тыя алмайым. Раббы былай ти: «Асыуымды урамдағы балаларға түк, Йыйылышҡан егеттәрҙең өҫтөнә ауҙар! Ир менән ҡатын да, өлкән кеше лә, Көндәре һанаулыһы ла ҡотола алмаҫ.


Ләкин Ғайса уға: – Ер һөрөргә тип һуҡаға тотонғас, артына боролоп ҡараған кеше Алла батшалығы өсөн яраҡлы түгел, – тине.


Силас менән Тимоҫеус Македониянан килгәс, Паулус үҙенең бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы.


Эскенәйем яна! Йәнем әрней. Ғазап талай йөрәгемде! Өнһөҙ ҡала алмайым мин, Дошмандың борғо тауышын, Яу ауазын ишетеп, күңелем тетрәнә.


Пәйғәмбәрҙәр тураһында уйлап, Күкрәгемдә йөрәгем өҙгөләнә! Бөтә һөйәктәрем ҡалтырана; Раббының арҡаһында, Уның мөҡәддәс һүҙҙәре арҡаһында Мин, иҫерек бер кешегә оҡшап, Шараптан еңелгән әҙәм һымаҡ ҡалдым.


Минең һүҙем – ялҡын, – тип белдерә Раббы. – Ҡаяларҙы селпәрәмә иткән балға ул!


Шунан миңә: – Эй әҙәм улы, Мин һиңә биргән төргәк китапты аша, уның менән ҡорһағыңды тултыр, – тине. Мин ашаным. Ауыҙымда бал һымаҡ татлы булды.


Арыҫлан үкергәндә Кем ҡурҡыуға ҡалмаҫ? Раббы Хаким һөйләй башлаһа, Кем пәйғәмбәрлек ҡылмаҫ?


– Бар, юлға сыҡ! Бөйөк Ниневе ҡалаһына бар ҙа уның халҡын фашла, сөнки уларҙың яуызлыҡтары хаҡында хәбәр Миңә килеп етте.


Ләкин Юныс, Раббынан Таршишҡа ҡасып китергә булып, ҡапма-ҡаршы яҡҡа йүнәлде. Яфо ҡалаһына килеп, унда Таршишҡа китә торған карапты тапты. Юл хаҡын түләне лә, Раббынан алыҫҡараҡ китеү өсөн, карапҡа менеп ултырҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios