Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 20:10 - Изге Яҙма

10 Күптәрҙең янауын ишетә йөрөйөм, Тирә-яҡта – дәһшәт! «Ошаҡлайыҡ уны! – тиҙәр. – Фаш итәйек!» Минең менән татыу булғандар ҙа Абынғанымды көтәләр: «Бәлки, ул тоҙаҡҡа төшөр, Шунда уны еңербеҙ, Үсебеҙҙе ҡандырырбыҙ», – тиҙәр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Күптәрҙең янауын ишетә йөрөйөм, Тирә-яҡта – дәһшәт! «Ошаҡлайыҡ уны! – тиҙәр. – Фаш итәйек!» Минең менән татыу булғандар ҙа Абынғанымды көтәләр: «Бәлки, ул тоҙаҡҡа төшөр, Шунда уны еңербеҙ, Үсебеҙҙе ҡандырырбыҙ», – тиҙәр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Күптәрҙең янауын ишетә йөрөйөм, Тирә-яҡта – дәһшәт! «Ошаҡлайыҡ уны! – тиҙәр. – Фаш итәйек!» Минең менән татыу булғандар ҙа Абынғанымды көтәләр: «Бәлки, ул тоҙаҡҡа төшөр, Шунда уны еңербеҙ, Үсебеҙҙе ҡандырырбыҙ», – тиҙәр.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 20:10
35 Referencias Cruzadas  

Көндөҙ Раббы Үҙенең тоғро мөхәббәтен күндерер, Төндә иһә мин йырлармын Уға, Доға ҡылырмын тормошом Аллаһына.


Ундайҙар кешеләргә яла яғалар, Ҡала ҡапҡаһы төбөндә хөкөмдарҙарға тоҙаҡ ҡоралар, Ғәйепһеҙҙе ғәҙел хөкөмдән мәхрүм итәләр.


Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ.


Үҙҙәре хәҙер миңә ташлаған ғәйептәрен дә иҫбат итә алмайҙар.


Яла яғыусыларың кеше ҡанын түгә. Тауҙарҙағы боттарға ҡорбан ителгән итте ашаусылар, әшәкелек эшләгәндәр,


Ҡырға сыҡмағыҙ, юлда йөрөмәгеҙ! Сөнки һәр тарафта – дошман ҡылысы, Тирә-яҡта – дәһшәт», – ти Йәрүсәлим халҡы.


Нәфрәтен йәшергән – ялған һөйләр, ғәйбәт таратыу – ахмаҡлыҡҡа бәрәбәр.


Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙҙәренең кешеләрен ебәрҙе. Былары иһә, үҙҙәрен эскерһеҙ итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, идарасы ҡулына хөкөмгә тотоп бирергә ниәтләне.


Яҡын дуҫтарым минән сикәнә, Иң яратҡан кешеләрем йөҙ сөйөрә.


– Нимә, дошманым, тоттоңмо мине? – тине Ахав Ильясҡа. – Тоттом, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Сөнки һин Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәргә бирелдең.


Изевел Ильясҡа: «Әгәр ҙә иртәгә ошо ваҡытҡа мин һиңә һин пәйғәмбәрҙәргә эшләгәнде эшләмәһәм, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тигән хәбәр ебәрҙе.


Быларҙы ишетеп, Юғары кәңәшмәләгеләр ярһыны, асыуҙан тештәрен шығырҙатты.


Быны ишеткәс, Юғары кәңәшмә ағзалары ярһып китеп илселәрҙе үлтерергә теләне.


Яуыз бәндә әсә ҡарынынан алып аҙғын, Тыуғанынан алып юлдан яҙған, һөйләй ялған.


Батша шулай тип әйтте тиегеҙ: уны зинданға ултыртһындар, мин иҫән-аман ҡайтып килгәнсе, аҙ-маҙ икмәк менән һыуҙан башҡа бер нәмә лә бирмәһендәр.


Исраил батшаһы Йеһошафатҡа: – Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – тине. – Улай тимә әле һин, эй, батша, – тине Йеһошафат.


Мин салырға илткән йыуаш бәрәс кеүек булғанмын. Миңә ҡаршы мәкер ҡорғандарын аңламағанмын. Ә улар былай тигән: «Ағасын да, емешен дә юҡ итәйек, Уны тереләр донъяһынан ҡырҡып ташлайыҡ, Хатта исеме лә хәтерҙә ҡалмаһын».


Шунда Раббы былай тине: – Эй Йермеяһ, Ғанаҫоҫ кешеләре йәнеңде көҫәп һиңә: «Раббы исеменән пәйғәмбәрлек итмә, юҡһа беҙҙең ҡулдан үләсәкһең», – тип янай.


Икенсе көндө Пашхур Йермеяһты ҡалыптан сығартты. Шул саҡ Йермеяһ уға былай тине: – Раббы һинең исемеңде Пашхур түгел, «Магор-Миссавив» тип атаны.


Әммә Бинйәмин ҡапҡаһында Хананъяһтан тыуған Шәләмъяһ улы Йирияһ, һаҡсылар башлығы, Йермеяһ пәйғәмбәрҙе: – Һин халдейҙар яғына ҡасып сығырға уйлайһың, – тип тотоп алды.


Уның ҡарауы башҡа вәзирҙәр һәм идарасылар Даниилдың батшалыҡ менән идара итеүен күҙәтеп кенә торҙо, уның эшенән йөй табырға тырышты, ләкин бер нисек тә таба алманы: Даниил барыһын да намыҫ ҡушҡанса башҡарҙы, уның эшенән хилафлыҡ та, яңылышлыҡ та табылманы.


Таянысым – Аллама әйтермен: «Ни өсөн мине оноттоң? Ниңә дошмандарымдан иҙелеп Йөрөйөм ҡайғы-хәсрәткә батып?»


Улар һиңә ҡаршы һуғышыр, Әммә һине еңә алмаҫ, Сөнки Мин һинең менән булырмын, Һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios