Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 2:6 - Изге Яҙма

6 Улар: „Беҙҙе Мысырҙан сығарған, Сүлдә, үлем күләгәһе хөкөм һөргән, Кеше аяғы баҫмаған, Һис бер әҙәм йәшәмәгән, Ҡоролоҡтан ярғысланған ерҙә Беҙгә юл күрһәткән Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманылар.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Улар: „Беҙҙе Мысырҙан сығарған, Сүлдә, үлем күләгәһе хөкөм һөргән, Кеше аяғы баҫмаған, Һис бер әҙәм йәшәмәгән, Ҡоролоҡтан ярғысланған ерҙә, Беҙгә юл күрһәткән Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманылар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Улар: „Беҙҙе Мысырҙан сығарған, Сүлдә, үлем күләгәһе хөкөм һөргән, Кеше аяғы баҫмаған, Һис бер әҙәм йәшәмәгән, Ҡоролоҡтан ярғысланған ерҙә Беҙгә юл күрһәткән Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманылар.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 2:6
26 Referencias Cruzadas  

Был халыҡты Ул сүллектә тапты, Буп-буш, ҡырағай далала. Ҡурсаланы, баҡты, ҡараны, Күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡланы.


«Мин – Раббы, һинең Аллаңмын. Мысыр еренән һине алып сыҡтым. Һин Минән башҡа алланы белмәҫһең, Минән башҡа ҡотҡарыусың юҡ.


Ҡараңғылыҡта йәшәгән халыҡ бөйөк бер яҡтылыҡты күрҙе. Үлем күләгәһендә йәшәгән кешеләр өсөн нур балҡыны».


Пәйғәмбәре аша Раббы Исраилды Мысыр иленән сығарҙы, Пәйғәмбәре аша уларҙы һаҡлап йөрөттө.


Улар: „Тере Раббы шаһит!“ – тип әйтһә лә, Асылда, биргән анттары ялған».


Ҡаһиндар: „Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманы. Ҡанун белгестәрегеҙ Мине белмәне; Хакимдарығыҙ Миңә ҡаршы баш күтәрҙе; Пәйғәмбәрҙәр, Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итеп, Бер нәмәгә ярамаҫ боттарға күңел бирҙе.


– Бар, ошоларҙы Йәрүсәлим халҡына иғлан ит, Раббы былай ти: «Йәш сағыңдағы тоғролоғоңдо, Кәләш сағыңдағы һөйөүеңде, Сүлдә, һис бер нәмә үҫмәй торған ерҙә, Артымдан эйәреп йөрөгәнеңде хәтерләйем.


Исемеңде әйтеп саҡырған, Һин тип йән атҡан бер кем юҡ. Шуға күрә беҙҙән йөҙ йәшерҙең, Беҙҙе үҙ ғәйептәребеҙҙең ихтыярына бирҙең.


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Раббы Яҡупҡа күрһәтмәләрен күндергән, Исраилға ҡанун биргән. Был тәғлимәтте балаларына өйрәтһен тип, Ата-бабаларыбыҙға бойорған.


Ҡулдары пак, йөрәге саф булған, Буш-юҡҡа күңел һалмаған, Ялған ант бирмәгән әҙәм.


Әммә бер кем дә: „Ҡайҙа һуң мине бар ҡылған Алла? Төндәрен беҙгә өмөт йырҙары биреүсе ҡайҙа?


Дөм ҡараңғылыҡ, үлем шәүләһе йолоп алһын, Уны ҡара болот томалаһын, Ҡояш тотолоу дәһшәткә һалһын.


– Ҡайҙа Ильястың Аллаһы Раббы? – тине ул ябынса менән йылғаға һуғып. Ябынсаның һыуға тейеүе булды, йылға икегә айырылды ла Ильясиғин арғы яҡҡа сыҡты.


Быға Гидғон: – Эй хакимым, Раббы беҙҙең менән икән, ниңә беҙ был көнгә төштөк? Уның ата-бабаларыбыҙ һөйләгән хикмәттәре ҡайҙа? Улар бит: «Раббы беҙҙе Мысырҙан алып сыҡты», – тип һөйләй торғайны. Хәҙер килеп Раббы беҙҙе ташланы, беҙҙе мидйәндәр ҡулына биреп ҡуйҙы.


– Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.


Шунан беҙ, Аллабыҙ Раббы бойороғо буйынса, Хоревтан киттек. Әмөриҙәрҙең таулы иленә барышлай, инде үҙегеҙ күргән мөһабәт һәм ҡурҡыныс сүлде үтеп, Ҡадеш-Барнеағҡа килеп еттек.


Ҡараңғылыҡ баҫып алғансы, Эңерҙә аяғығыҙ тауҙарҙа һөрөнгәнгә тиклем Аллағыҙ Раббыны данлағыҙ! Һеҙ яҡтылыҡ көтөрһөгөҙ, Әммә Раббы уны үлем күләгәһенә, Дөм-ҡараңғылыҡҡа әйләндерер.


Ҡалалары харабаға, Ҡоро тупраҡ, сүллеккә әйләнде. Инде унда бер кем дә йәшәмәй, Һис кемдең аяғы баҫмай.


Аллаң Раббы һеҙҙе ҡырҡ йыл буйына сүлдә йөрөткән оҙон юлды онотма! Бойороҡтарын үтәрһеңме, күңелеңдә ниҙәр бар – Ул шуларҙы белер, һине баҫалҡыландырыр өсөн, һине һынауҙарға дусар итте.


Улар Раббы тураһында ялған һөйләнеләр. «Ул бер нәмә лә эшләмәйәсәк, Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк, Һуғышты ла, аслыҡты ла белмәйәсәкбеҙ.


Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сығып, Әмөриҙәр ерен бирер өсөн, Ҡырҡ йыл буйы сүлдә юл күрһәттем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios