Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 2:26 - Изге Яҙма

26 Бур тотолоп оятҡа ҡалғандай, Исраил халҡы батшалары, башлыҡтары, ҡаһиндары, Пәйғәмбәрҙәре менән бергә хур булыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Бур тотолоп оятҡа ҡалғандай, Исраил халҡы батшалары, башлыҡтары, ҡаһиндары, Пәйғәмбәрҙәре менән бергә хур булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26 Бур тотолоп оятҡа ҡалғандай, Исраил халҡы батшалары, башлыҡтары, ҡаһиндары, Пәйғәмбәрҙәре менән бергә хур булыр.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 2:26
18 Referencias Cruzadas  

Исраил һәм Йәһүҙә халҡының – үҙҙәренең, батшаларының, түрәләренең, ҡаһиндарының, пәйғәмбәрҙәренең – Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең, Мине асыуландырыу өсөн ҡылған золомдарының иҫәбе-һаны юҡ.


Ата-бабаларыбыҙ ғүмер һөргән замандарҙан алып ошо көнгә тиклем беҙ сикһеҙ ғәйеп эсендәбеҙ, боҙоҡлоҡтарыбыҙ өсөн беҙ, батшаларыбыҙ, ҡаһиндарыбыҙ сит ил батшалары ҡулына, ҡылыс аҫтына, әсирлеккә эләктек, таланыуға һәм кәмһетелеүгә дусар булдыҡ һәм бөгөн дә шунан ҡотола алмайбыҙ.


Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем.


Һин Исраилдан көлә инең түгелме? Бурҙар араһында тотолдомо ни ул, уның хаҡта һүҙ сыҡһа, һин баш сайҡайһың?


Ниңә унда-бында сабыулайһың, Юлыңды туҡтауһыҙ үҙгәртәһең? Ашшур һине нисек оятҡа ҡалдырған, Мысыр ҙа шулай хурлыҡҡа төшөрөр.


Хуш күргән имәндәрегеҙ арҡаһында Һеҙ оятҡа ҡалырһығыҙ; Ботҡа табыныр өсөн һайлаған баҡсалар хурлыҡ килтерер.


Эшләгәндәрең өсөн оялһын, хурлығыңды үҙең күтәрһен һәм шуның менән улар өсөн йыуаныс булып торһон тип эшләйем Мин быны.


Ҡаһиндары Минең ҡанунымды боҙҙо, изге әйберҙәремде нәжесләне, хәрәм менән хәләлде айырманы, пак менән нәжес араһындағы айырманы өйрәтмәне, Минең шәмбе көндәремде һанға һуҡманы, һәм Мин улар араһында бысрандым.


«Был ләғнәтте Мин ебәрҙем, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Ул бурҙың һәм Минең исемем менән ялған ант итеүсенең өйөнә инәсәк. Ул был өйҙә ундағы һәр бер ағас киҫәге, һәр бер таш онталып юҡҡа сыҡҡанға тиклем ҡаласаҡ».


Шаулаһын диңгеҙ һәм унда йәшәгәндәр, Донъя һәм уны төйәк иткәндәр.


Бот яһаусылар – бөтәһе лә буш бәндәләр, Яратҡан боттары һис файҙа килтермәй, Боттар, уларҙың шаһиттары, Бер нәмә лә күрмәй ҙә, аңламай ҙа, Шуға күрә хурлыҡҡа ҡалырҙар.


Һындарға табыныусылар барыһы ла оятҡа ҡаласаҡ, Оҫталар бит үҙҙәре лә кеше; Әйҙә бөтәһе бергә йыйылып баҫһын – Ҡурҡыуға ҡалып, хурлыҡҡа батасаҡтар.


«Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Батшаның да, түрәләрҙең дә йөрәге ҡалтырар; Ҡаһиндарҙың ҡото осор, пәйғәмбәрҙәр дәһшәткә төшөр».


Көтөүселәреңде елдәр алып китер, Уйнаштарың әсирлеккә ҡыуылыр; Ә һин ҡәбәхәт эштәрең арҡаһында Мәсхәрәгә ҡалып хур булырһың.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios