Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 2:23 - Изге Яҙма

23 Нисек һин: „Мин пакмын, Бәғелдәргә эйәрмәнем“, – тип әйтә алаһың? Һинном үҙәнендәге ҡылығыңа баҡ, Нимә эшләгәнеңде күр – Ата дөйә көҫәп, унда-бында сапҡан, Ҡыҙышҡан инә дөйә һин.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Нисек һин: „Мин пакмын, Бәғелдәргә эйәрмәнем“, – тип әйтә алаһың? Һинном үҙәнендәге ҡылығыңа баҡ, Нимә эшләгәнеңде күр – Ата дөйә көҫәп унда-бында сапҡан, Ҡыҙышҡан инә дөйә һин.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

23 Нисек һин: „Мин пакмын, Бәғелдәргә эйәрмәнем“, – тип әйтә алаһың? Һинном үҙәнендәге ҡылығыңа баҡ, Нимә эшләгәнеңде күр – Ата дөйә көҫәп, унда-бында сапҡан, Ҡыҙышҡан инә дөйә һин.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 2:23
24 Referencias Cruzadas  

Улдарын һәм ҡыҙҙарын утта яндырыу өсөн Бен-Һинном үҙәнендәге Төфәҫтә табыныу ҡалҡыулығы яһанылар. Ә Мин улай эшләргә ҡушманым, хатта уйымда ла булманы.


Үҙ күҙендә таҙа булып күренгән, ләкин нәжесенән таҙармаған заттар була.


Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен яҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай, һәм бөтә донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.


Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан: – Ә минең яҡыным кем? – тип һораны.


Эй юлдан яҙған ҡыҙ, Ҡасанғаса ҡаңғырып йөрөрһөң? Раббы донъяла яңы бер нәмә бар ҡылды: Ҡатын ирҙе эҙләйәсәк.


баш-баштаҡ булмыштарына буйһондолар, ата-бабалары өйрәткәнсә, Бәғелдәргә эйәрҙеләр.


Яланғас түбәләргә күтәрелеп ҡара ла күр: Һин фәхешлек итмәгән урын ҡалдымы? Юл ситендә уйнаштарыңды көтөп, һин Сүлдәге юлбаҫар һымаҡ ултырҙың; Фәхешлегең, яуызлығың менән ерҙе нәжесләнең.


Зинасы ҡатындың да юлы шулай; ашар ҙа ауыҙын һөртөр: «Яман эш ҡылманым», – тиер.


Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.


Шул саҡ дөрөҫ килтерелгән ҡорбандарҙан, Тотош яндырыу һәм яндырыу ҡорбандарынан хушланырһың. Шул саҡ ҡорбан усағыңда үгеҙҙәр ҡорбан ителер.


Сөнки улар үлән һымаҡ тиҙ арала ҡорор, Йәшел үҫенте шикелле һулып ҡалыр.


Йәһүдтәрҙең йөҙҙәре яҡты һәм шат, күңелле һәм тантаналы ине.


Ниңә унда-бында сабыулайһың, Юлыңды туҡтауһыҙ үҙгәртәһең? Ашшур һине нисек оятҡа ҡалдырған, Мысыр ҙа шулай хурлыҡҡа төшөрөр.


Раббы был халыҡ тураһында былай ти: – Улар тегендә-бында ҡыҙырырға шул тиклем әүәҫтәр, аяҡтарын тыя белмәйҙәр. Шул арҡала Мин Раббы уларҙы хуш күрмәйем. Инде ғәйептәрен иҫкә төшөрәм, гонаһтары өсөн язалаясаҡмын.


Ошоларҙы халыҡҡа һөйләп биргәс, һинән: «Ни өсөн Раббы беҙгә бындай оло ҡазаны ебәреү менән янай? Ғәйебебеҙ ниҙә? Аллабыҙ Раббыға ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдыҡ?» – тип һорарҙар.


Бына Раббының Һошеяғҡа мөрәжәғәт итеп әйткән һүҙ башы. Раббы Һошеяғҡа былай тине: – Бар, үҙеңә фәхишә ҡатын һәм уның фәхештән тыуған балаларын ал, сөнки был ил, Раббыһына хыянат итеп, фәхешлеккә батты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios