Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 16:5 - Изге Яҙма

5 Раббы былай ти: – Йыназалы өйгә инмә, улар менән бергә илап, ҡайғырышып ултырма, сөнки был халыҡты тыныслыҡтан мәхрүм иттем, тоғро мөхәббәтемде һәм рәхим-шәфҡәтемде тартып алдым, – тип белдерә Раббы. –

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Раббы былай ти: – Йыназалы өйгә инмә, улар менән бергә илап, ҡайғырышып ултырма, сөнки был халыҡты, – тип белдерә Раббы, – тыныслыҡтан мәхрүм иттем, тоғро мөхәббәтемде һәм рәхим-шәфҡәтемде тартып алдым.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Раббы былай ти: – Йыназалы өйгә инмә, улар менән бергә илап, ҡайғырышып ултырма, сөнки был халыҡты тыныслыҡтан мәхрүм иттем, тоғро мөхәббәтемде һәм рәхим-шәфҡәтемде тартып алдым, – тип белдерә Раббы. –

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 16:5
13 Referencias Cruzadas  

Ботаҡтар ҡороғас, һынып төшә, Ҡатындар ботап алып яндыра. Был халыҡ бер нәмә лә аңламай, Шуға Бар ҡылыусы уларҙы ҡыҙғанмай, Яратыусы уларға мәрхәмәт күрһәтмәй.


Шул саҡ уларға асыуым ялҡынланыр һәм Мин, уларҙы ташлап, йөҙ сөйөрөрмөн. Улар башҡаларға ем булыр, баштарына һанһыҙ михнәт-ҡайғылар ябырылыр һәм яза көнөндә: «Был бәләләр башыбыҙға Аллабыҙ беҙҙең менән булмаған өсөн төштө», – тип әйтерҙәр.


Хәҙер инде бер ерән ат килеп сыҡты. Уның һыбайлыһына, кешеләр бер-береһен үлтерһендәр өсөн, ерҙәге тыныслыҡты алырға вәкәләт бирелде. Уға ҙур ҡылыс тотторолдо.


Ул көндәргә тиклем кешенең һәм малдың эше өсөн хеҙмәт хаҡы түләнмәй ине. Килгәнгә лә, киткәнгә лә дошмандарҙан тынғылыҡ булманы. Сөнки Мин кешеләрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйғайным.


Ғәйепһеҙлегемде раҫлап, Ҡулымды йыуырмын, Раббы. Ҡорбан усағыңды уратып йөрөрмөн,


Сүлдәге яланғас ҡалҡыулыҡтар буйлап Баҫҡынсылар килә. Раббының ҡылысы илде Бер остан икенсеһенә тиклем ҡырып һалыр, Тынғылыҡ ҡалмаҫ бөтә йән эйәһенә.


Мин уларҙы бер-береһенә, ата-әсәләрҙе балаларға бәреп ватам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы аямай юҡ итәм – йәлләмәйем, рәхим-шәфҡәт ҡылмайым».


Шунлыҡтан һеҙҙе был ерҙән ҡыуып, үҙегеҙ ҙә, аталарығыҙ ҙа белмәгән бер илгә атып бәрәм. Унда көнө-төнө башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ – инде Мин һеҙгә мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен».


Йәнемдән тынғылыҡ ҡасты, Бәхет барлығын оноттом.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios