Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 16:11 - Изге Яҙма

11 Һин уларға былай тип яуап бир: «Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Мине ташланы, – тип белдерә Раббы. – Башҡа илаһтар артынан эйәрҙеләр, уларға хеҙмәт иттеләр һәм сәждә ҡылдылар. Минән ваз кисеп, ҡанунымды тотманылар.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Һин уларға былай тип яуап бир: «Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Мине ташланы, – тип белдерә Раббы. – Башҡа илаһтар артынан эйәрҙеләр, уларға хеҙмәт иттеләр һәм сәждә ҡылдылар. Минән ваз кисеп, ҡанунымды тотманылар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Һин уларға былай тип яуап бир: «Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Мине ташланы, – тип белдерә Раббы. – Башҡа илаһтар артынан эйәрҙеләр, уларға хеҙмәт иттеләр һәм сәждә ҡылдылар. Минән ваз кисеп, ҡанунымды тотманылар.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 16:11
21 Referencias Cruzadas  

Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға табынып уҙғарҙығыҙ.


Күңелдәре менән әшәке һәм ерәнгес боттарға береккәндәргә килгәндә инде, Мин уларҙың ғәмәлдәренең әжерен баштарына төшөрәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким.


Уларға: «Сөнки Аллалары Раббы менән төҙөгән килешеүҙе боҙҙолар, башҡа илаһтарға сәждә ҡылдылар һәм хеҙмәт иттеләр», – тип яуап бирерҙәр.


Уларҙың һөйәктәре үҙҙәре яратҡан, хеҙмәт иткән һәм арттарынан эйәргән, кәңәш һораған, алдарында сәждә ҡылған ҡояштың, айҙың, башҡа күк есемдәренең аҫтында туҙрап ятыр. Ул һөйәктәрҙе бер кем дә йыйып алып ерләмәҫ, тупраҡ өҫтөндә тиреҫ булып ята бирерҙәр.


Уларға: «Ата-бабаларын Мысыр еренән алып сыҡҡан Аллалары Раббынан баш тартып, башҡа илаһтарға эйәрҙеләр, шуларға табындылар һәм хеҙмәт иттеләр. Бына шуның өсөн Раббы уларға бөтә был бәлә-ҡазаларҙы күндерҙе», – тип яуап бирерҙәр.


баш-баштаҡ булмыштарына буйһондолар, ата-бабалары өйрәткәнсә, Бәғелдәргә эйәрҙеләр.


Ҡаһиндар: „Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманы. Ҡанун белгестәрегеҙ Мине белмәне; Хакимдарығыҙ Миңә ҡаршы баш күтәрҙе; Пәйғәмбәрҙәр, Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итеп, Бер нәмәгә ярамаҫ боттарға күңел бирҙе.


Уларға: «Ата-бабаларының Аллаһынан, Мысыр еренән алып сыҡҡан Раббынан баш тартып, башҡа илаһтарға эйәрҙеләр, шуларға табындылар һәм хеҙмәт иттеләр. Бына шуның өсөн Раббы уларға бөтә был бәлә-ҡазаларҙы күндерҙе», – тип яуап бирерҙәр.


Раббы былай ти: «Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Раббы ҡанунынан ваз кисеп, Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн, Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. Аталары эйәргән ялған боттар Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы.


Ләкин атайҙарығыҙ заманынан алып Ҡағиҙәләремдән тайпылдығыҙ, Уларҙы ғәмәлгә ашырманығыҙ. Миңә кире ҡайтығыҙ – Мин дә һеҙгә ҡайтырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Әммә һеҙ: „Нисек беҙгә кире ҡайтырға?“ – тинегеҙ.


Исраилдар Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла, бәғелдәргә табына башланы.


Әгәр эстән генә үҙ-үҙеңә: «Ниңә былар башыма төштө?» – тиһәң, – Һин үтә күп гонаһ ҡылдың, Итәгең күтәрелде, хурлыҡҡа ҡалдың.


Йәһүҙә кешеләре ҡылған яуызлыҡтар өсөн булды был. Улар, үҙҙәре лә, һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ят илаһтарға хуш еҫ төтәтеп, уларға хеҙмәт итеп, Мине асыуландырҙылар.


Ата-бабаларыбыҙ гонаһ ҡылды, Әммә хәҙер улар юҡ инде; Ә ғәйептәренең язаһы беҙгә йөкмәлде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios