Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 15:9 - Изге Яҙма

9 Ете бала тапҡан ҡатын Хәлдән тайып аҡтыҡ һулыш ала. Ҡояшы көпә-көндөҙ байыны, Оятына батып, мәсхәрәгә ҡалды. Иҫән ҡалғандарын ҡылысҡа бирәм – Дошмандарына тапшырам», – тип белдерә Раббы.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Ете бала тапҡан ҡатын Хәлдән тайып аҡтыҡ һулыш ала. Ҡояшы көпә-көндөҙ байыны, Оятына батып, мәсхәрәгә ҡалды. Иҫән ҡалғандарын ҡылысҡа бирәм – Дошмандарына тапшырам», – тип белдерә Раббы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Ете бала тапҡан ҡатын Хәлдән тайып аҡтыҡ һулыш ала. Ҡояшы көпә-көндөҙ байыны, Оятына батып, мәсхәрәгә ҡалды. Иҫән ҡалғандарын ҡылысҡа бирәм – Дошмандарына тапшырам», – тип белдерә Раббы.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 15:9
14 Referencias Cruzadas  

Туҡ булғандар бер һыныҡ икмәк өсөн бил бөгөр, Ас булғаны һый-хөрмәттә йәшәр. Түлһеҙ ҡатын ете бала табыр, Күп балалы япа-яңғыҙ һулыр.


Был ике бәлә бер көндә, Көтмәгәндә башыңа төшәсәк: Сихырҙарыңа, ҡеүәтле тылсымыңа ҡарамаҫтан, Бала ҡайғыһы татырһың, тол ҡалырһың.


Хисапһыҙ күп халҡы булған ҡала Япа-яңғыҙ ташлап ҡалдырылған! Ҡәүемдәр араһында бөйөк һаналған Инде тол ҡатынға оҡшаш. Өлкәләр араһында батшабикә булған Был ҡала ҡоллоҡҡа төшкән.


Һиндә йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшө ҡала эсендә ҡырғындан үләсәк, аслыҡтан ҡырыласаҡ. Өстән бер өлөшө ҡаланың тирә-яғында ҡылыстан һәләк буласаҡ. Ҡалған өсөнсө өлөшөн төрлө тарафтарға елгә таратасаҡмын, арттарынан яланғас ҡылыс менән эҙәрләйәсәкмен.


Наҙлы әсәләр үҙ ҡулы менән үҙ балаларын бешерҙе – Һәләкәткә дусар халҡыма улар ашамлыҡ булды.


Мин уларҙы яҡшылыҡ өсөн түгел, яманлыҡ өсөн күҙәтәсәкмен. Мысыр ерендәге бөтә йәһүҙиҙәр, тулыһынса юҡ ителгәнгә тиклем, ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ.


Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».


Дошмандар: «Йәрүсәлимгә ҡаршы һөжүмгә әҙерләнегеҙ! Тороғоҙ, көн үҙәгендә юлланабыҙ, – тиер. – Юҡ инде, һуңғараҡ ҡалдыҡ, Көн кискә ауыша, күләгәләр оҙоная».


Тик улар Мине кәмһетәме ни? – тип белдерә Раббы. – Үҙҙәренә зыян килтерәләр, үҙҙәрен оятҡа ҡалдыралар. –


Бына ошо урында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең ниәттәрен бушҡа сығарасаҡмын. Уларҙы дошмандарының ҡылысына тапшырам – үлемдәрен көҫәгәндәрҙең ҡулынан һәләк буласаҡтар. Мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға һәм ерҙәге йәнлектәргә емтек итеп бирәсәкмен.


Әммә әсәйегеҙ оятҡа ҡалыр, Һеҙҙе тапҡандың йөҙө ҡыҙарыр. Халыҡтар араһында иң һуңғы, Ҡыу дала, ҡороп кипкән ер булыр.


Шул сағында ғына уларға булған асыуым бөтәсәк, ярһыуымды түккәндән һуң Мин ҡәнәғәтләнермен. Ярһыуымды өҫтәренә бушатҡас, Мин Раббы быны көнсөллөгөм арҡаһында эшләгәнемде белерҙәр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios