Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 15:2 - Изге Яҙма

2 Әгәр һинән: «Ҡайҙа барайыҡ?» – тип һораһалар, әйт, Раббы былай ти: «Кемгә үлемесле ауырыу яҙған – шул үлемгә. Кемгә ҡылыс яҙған – шул ҡылысҡа. Кемгә аслыҡ яҙған – шул аслыҡҡа, Кемгә әсирлек яҙған – шул һөргөнгә дусар булһын».

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Әгәр һинән: «Ҡайҙа барайыҡ?» – тип һораһалар, әйт, Раббы былай ти: «Кемгә үлемесле ауырыу яҙған – шул үлемгә. Кемгә ҡылыс яҙған – шул ҡылысҡа. Кемгә аслыҡ яҙған – шул аслыҡҡа, Кемгә әсирлек яҙған – шул һөргөнгә дусар булһын».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Әгәр һинән: «Ҡайҙа барайыҡ?» – тип һораһалар, әйт, Раббы былай ти: «Кемгә үлемесле ауырыу яҙған – шул үлемгә. Кемгә ҡылыс яҙған – шул ҡылысҡа. Кемгә аслыҡ яҙған – шул аслыҡҡа, Кемгә әсирлек яҙған – шул һөргөнгә дусар булһын».

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 15:2
18 Referencias Cruzadas  

Ул килеп Мысыр илен тар-мар итер: Кемгә үлемесле ауырыу яҙған – шул үлемгә, Кемгә әсирлек яҙған – шул һөргөнгә, Кемгә ҡылыс яҙған – шул ҡылысҡа дусар булыр.


Шунан көтөүгә: – Башҡа һеҙҙе көтмәйем. Үлгәне үлһен, юҡҡа сыҡҡаны юҡҡа сыҡһын, иҫән ҡалғандары бер-береһенең итен ашаһын, – тинем.


Кемгә әсир төшөргә яҙған, ул әсир төшөр. Кемгә үлемен ҡылыстан табырға яҙған, ул ҡылыстан үлер. Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә.


Ҡамау көндәре тамамланғас, уларҙың өстән бер өлөшөн ҡала уртаһында утта яндыр. Икенсе өстән бер өлөшөн ҡала ситендә ҡылыс менән тураҡла. Өсөнсө өлөшөн елгә осор, һәм Мин улар артынан яланғас ҡылысымды ебәрермен.


Һиндә йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшө ҡала эсендә ҡырғындан үләсәк, аслыҡтан ҡырыласаҡ. Өстән бер өлөшө ҡаланың тирә-яғында ҡылыстан һәләк буласаҡ. Ҡалған өсөнсө өлөшөн төрлө тарафтарға елгә таратасаҡмын, арттарынан яланғас ҡылыс менән эҙәрләйәсәкмен.


Ураҙа тотһалар ҙа, Мин уларҙың зарҙарын тыңламаясаҡмын. Тотош яндырыу ҡорбаны килтерһәләр ҙә, икмәк саҙаҡаһы һонһалар ҙа, ҡабул итмәйем. Мин уларҙы ҡылыс менән, аслыҡ менән, үләт менән ҡырып ташлайым.


Дәһшәтле тауыштан ҡасҡан соҡорға ҡолар, Соҡорҙан сыҡҡан тоҙаҡҡа ҡабыр. Күк ҡабаҡтары асылыр, Ерҙең нигеҙҙәре һелкенер.


Кеше арыҫландан ҡасып, Айыуға барып юлыҡҡан кеүек, Өйөнә йүгереп инеп, ҡулын диуарға ҡуйыуға Ҡара йылан саҡҡан кеүек,


Һинең беҙҙең хаҡта һәм беҙҙең хакимдар хаҡында әйткән һүҙҙәрең ысынға сыҡты: Һин беҙҙең өҫкә ҙур афәт яуҙырҙың – Йәрүсәлимдәге кеүек хәлдең күктәр аҫтында булғаны юҡ ине әле.


Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин Йәрүсәлимгә кешеләрен һәм мал-тыуарҙы юҡ итер өсөн дүрт ҡаты язамды: ҡылыс, аслыҡ, йыртҡыс януарҙар һәм үләт ебәрәм.


Улар пәйғәмбәрлек иткән халыҡ та ҡылыс менән аслыҡтан үлер. Мәйеттәре Йәрүсәлим урамдарында аунап ятыр. Уларҙы ла, ҡатындарын да, улдарын-ҡыҙҙарын да ерләүсе булмаҫ. Ҡылған яуызлыҡтарын Мин үҙҙәренең баштарына килтерәм».


«Улар ғазаплы сирҙәрҙән үләсәк. Улар өсөн йәш түгеүсе лә, уларҙы күмеүсе лә булмаясаҡ, мәйеттәре ер өҫтөндә тиреҫ кеүек аунап ятасаҡ. Улар ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ, мәйеттәре күктәге ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә емтек буласаҡ».


Бына ошо урында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең ниәттәрен бушҡа сығарасаҡмын. Уларҙы дошмандарының ҡылысына тапшырам – үлемдәрен көҫәгәндәрҙең ҡулынан һәләк буласаҡтар. Мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға һәм ерҙәге йәнлектәргә емтек итеп бирәсәкмен.


Уларға: «Мин һеҙҙең өсөн – билдәмен. Мин нимә эшләнем, уларға ла шулай буласаҡ: әсирлеккә төшөп, һөргөнгә китәсәктәр», – тип әйт.


Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, ошо харабалар араһында йәшәүселәр ҡылыстан йығыласаҡ, асыҡ яландағыларҙы януарҙарға емтек итеп бирәсәкмен, ҡәлғәләрҙә һәм мәмерйәләрҙә йәшәгәндәр үләттән ҡырыласаҡ.


Әсирҙәрҙең араһында теҙләнеүҙән, Үлтерелгәндәр араһына йығылыуҙан Башҡа бер сарағыҙ ҡалмаҫ. Бының менән генә лә ҡайтмаҫ Раббының асыуы, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios