Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 14:2 - Изге Яҙма

2 «Йәһүҙә йәш түгә, Ҡала ҡапҡалары ҡайғыға батҡан, Ҡарайышып улар ерҙә аунай. Йәрүсәлимдә аһ-зар яңғырай!

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 «Йәһүҙә йәш түгә, Ҡала ҡапҡалары ҡайғыға батҡан, Ҡарайышып улар ерҙә аунай. Йәрүсәлимдә аһ-зар яңғырай!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 «Йәһүҙә йәш түгә, Ҡала ҡапҡалары ҡайғыға батҡан, Ҡарайышып улар ерҙә аунай. Йәрүсәлимдә аһ-зар яңғырай!

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 14:2
30 Referencias Cruzadas  

Бисара халҡым яраһы арҡаһында мин дә яраландым, Ҡайғыға баттым, дәһшәткә төштөм.


Үлмәй ҡалғандар оролар менән ҡапланғайны. Ҡала халҡының аһ-зары күктәргә олғашты.


Раббы уларҙы саҡырғанда, тыңламанылар. «Улар саҡырғанда Мин дә уларҙы тыңламаным, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Шуға күрә Раббы былай ти: «Мин уларҙың баштарына ҡотола алмаҫлыҡ бәлә-ҡаза ебәрәм! Мине ярҙамға саҡырырҙар, әммә уларҙы ишетмәйәсәкмен.


Халыҡтар улар алдында ҡалтырап төшә, Ҡурҡыуҙан йөҙҙәре ағарып ҡата.


Баҫыуҙар харап булды, иңрәй тупраҡ, Сөнки иген юҡ ителде, йөҙөм һуты кипте, Зәйтүн майы ҡороно.


Шул арҡала ер иңрәр, бөтә тереклек әлһерәр, Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа һәләк булыр.


Аслыҡ ғазабынан тән тиребеҙ Усаҡта янған һымаҡ ҡарайып көйҙө.


Ҡапҡалары ергә батып керҙе, Раббы арҡыры биктәрен ҡырып һалды; Батша менән түрәләрен Ят ҡәүемдәр араһына таратты. Ҡанун өйрәтелмәй; пәйғәмбәрҙәренә Раббынан күренмеш килмәй.


Көтмәгәндә өҫтәренә баҫҡынсылар ебәргәнеңдә Өйҙәрендә иңрәү яңғыраһын! Сөнки улар мине тотмаҡ булып соҡор ҡаҙҙы, Аяғымды тоҙаҡҡа эләктермәксе булды.


Ҡасанғаса ер ҡайғырып ятыр? Яландарҙа бөтә үлән ҡорор? Был ерҙә йәшәгәндәрҙең яуызлығы арҡаһында Йәнлектәр һәм ҡоштар һәләк була. Был әҙәмдәр иһә әйтә: «Ул беҙҙең ахырыбыҙҙы күрмәй».


Шуға күрә ер йәшкә күмелер, Юғарыла күктәр ҡарайыр. Сөнки Мин әйттем һәм ҡарар иттем, Фекеремдән кире ҡайтмам, Ҡарарымды үҙгәртмәм.


Ер иңрәй һәм кибә; Ливан оялышынан һулыған; Шарон тигеҙлеге сүлгә оҡшап ҡалды, Башан менән Кармәлдең япраҡтары ҡойолған.


Яңы шарап бөттө. Йөҙөм ботаҡтары шиңде. Элек шат йәшәгәндәр бойоҡто.


Донъя һарғайып көйөр, Ер йөҙө ҡороп һулыр; Уның ҡеүәтле заттары хәлһеҙләнер.


Йөрәгем һыҙлана Моав өсөн! Моав кешеләре Соғарға, Ғәғләҫ-Шелишияһҡа ҡастылар. Илай-илай Лухиҫҡа ҡалҡалар, Үҙҙәренә ябырылған һәләкәттән Хоронаим юлында сеңләйҙәр.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йөҙөм баҡсаһы – Исраил халҡы ул; Яратып ултыртҡан йөҙөм үҫентеләре – Йәһүҙә кешеләре! Ул ғәҙеллек көткәйне – бына ҡан ҡойош. Ул хаҡлыҡ көткәйне – һыҡтау!


Шуға ярлыларҙың ялбарыуы Аллаға барып етте, Ул фәҡирҙәрҙең зарын ишетте.


– Иртәгә ошо ваҡытта Бинйәмин еренән һиңә бер кешене ебәрермен. Уны халҡым Исраилдың хакимы итеп мәсехләрһең. Ул халҡымды пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр. Мин халҡымдың ғазабына баҡтым, уның аһ-зарҙары Миңә килеп етте, – тине.


Алла уларҙың ялбарыуын ишетте, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән булған килешеүен иҫенә төшөрҙө.


Йығылырға торғандарға таяныс Раббы, Ул ҡолатылғандарҙы торғоҙа.


Шарап юҡлыҡтан урамдарҙа ҡысҡырыш, Ҡыуаныстың әҫәре лә ҡалманы, Донъяла шатлыҡ юҡ булды.


Уны бушлыҡҡа әйләндерҙеләр, Ташландыҡ ерем алдымда илап ята. Бөтөн ил емереклеккә ҡалды – Бының өсөн бер кемдең дә эсе бошмай.


Ҡәүемдәр мәсхәрәгә ҡалыуыңды ишетте. Ер йөҙөн һыҡтауҙарың тултырҙы; Сөнки яугир яугиргә абынды, Икеһе бергә ҡоланы».


Раббы Сион-ҡыҙҙың диуарҙарын емерергә ҡарар ҡылды: Үлсәү ебен һуҙҙы, емереүҙән ҡулын тыйманы. Инде нығытма, диуарҙар һыҡтай, Барыһы ла харап булып ята.


Ергә, тауҙарға, игенгә, йөҙөмгә һәм зәйтүнгә – Ерҙә үҫкән бөтә нәмәгә; Кешегә һәм мал-тыуарға, Ҡулығыҙҙың барса хеҙмәтенә Мин ҡоролоҡ иғлан иттем».


Бойҙай менән арпа өсөн, Эй игенселәр, көйәләнегеҙ! Илағыҙ, баҡсасылар, йәш түгегеҙ, Сөнки бөтә уңыш юҡҡа сыҡты.


Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ! Аҡһаҡалдарҙы һәм илдә йәшәүселәрҙең барыһын Аллағыҙ Раббының йортона йыйығыҙ, Раббыға ялбарығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios