Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 13:9 - Изге Яҙма

9 – Раббы былай ти: «Йәһүҙәнең ғорурлығын да, Йәрүсәлимдең тәкәбберлеген дә ошолай серетәм.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 – Раббы былай ти: «Йәһүҙәнең ғорурлығын да, Йәрүсәлимдең тәкәбберлеген дә ошолай серетәм.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 – Раббы былай ти: «Йәһүҙәнең ғорурлығын да, Йәрүсәлимдең тәкәбберлеген дә ошолай серетәм.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 13:9
19 Referencias Cruzadas  

Тиҫкәре тәкәбберлегегеҙҙе һындырырмын, күгегеҙ тимер, ерегеҙ баҡыр һымаҡ булыр.


Ул көн һин, эй Йәрүсәлим, Миңә ҡаршы ҡылған гонаһтарың менән Үҙ-үҙеңде улай хурламаҫһың, Сөнки Мин һинең араңдан Затлылығы менән маҡтанғанды Алып ташлармын, Инде һин Минең изге тауымда Эреләнеп маһаймаҫһың.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡабул ҡылды был ҡарарҙы: Тирҙың күркәмлеге менән тәкәбберлеге хур булһын, Бөтә донъяла хөрмәт ҡаҙанғандар түбәнһетелһен!


Тәкәбберлек артынан һәләкәт килә, маһайыуҙың һуңы иһә – хурлыҡ.


Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».


Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә», – тип әйтелгән.


Һеҙгә әйтәм, фарисей түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән. Сөнки үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.


Сөнки Раббы Яҡуп нәҫеленең бөйөклөгөн, Исраилдың әүәлге бөйөклөгөн кире ҡайтарыр, Дошмандары уларҙы тапап, Йөҙөм баҡсаларын харап итһәләр ҙә.


Яманатың фашланғанға тиклем, ғорур көндәреңдә һеңлең Содомдың исемен мыҫҡыллап телгә алманыңмы ни? Инде һин үҙең Эдом ҡыҙҙары һәм уның күршеләре, пелешти ҡыҙҙары, һиңә ерәнеп ҡараған бөтә әйләнә-тирәләгеләр алдында хурлыҡҡа ҡалдың.


Улар эреләнде, Миңең хозурымда ерәнгес эштәр ҡылды, һәм Мин, быны күреп, уларҙы юҡ иттем.


Моавтың ғорурлығы, Самаһыҙ мәғрурлығы хаҡында ишеттек; Текә, тәкәббер, маҡтансыҡлығын, Үҙен артыҡ юғары ҡуйыуын ишеттек беҙ.


«Моавтарҙың ғорурланып шашҡандарын, Мин-минлеген, тәкәбберләнгәндәрен ишеттек. Әммә улар бушҡа маҡтаналар.


Шунда миңә Раббы һүҙе булды.


Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә ҡалалары әлеге кеүек емереклек һәм дәһшәт билдәһенә әйләнһен, илдең батшалары һәм түрәләре мәсхәрәгә ҡалһын, ләғнәтләнһен өсөн эсерҙем мин ул шарапты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios