Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 12:9 - Изге Яҙма

9 Үҙ халҡым Миңә сыбар ҡарсыға һымаҡ булды. Башҡа йыртҡыс ҡоштар халҡымды уратып алды! Барығыҙ, бөтә ҡырағай хайуандарҙы йыйығыҙ, Халҡымды тамаҡлап ташлаһындар.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Үҙ халҡым Миңә сыбар ҡарсығалай булды. Башҡа йыртҡыс ҡоштар халҡымды уратып алды! Барығыҙ, бөтә ҡырағай хайуандарҙы йыйығыҙ, Халҡымды тамаҡлап ташлаһындар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Үҙ халҡым Миңә сыбар ҡарсыға һымаҡ булды. Башҡа йыртҡыс ҡоштар халҡымды уратып алды! Барығыҙ, бөтә ҡырағай хайуандарҙы йыйығыҙ, Халҡымды тамаҡлап ташлаһындар.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 12:9
15 Referencias Cruzadas  

Бөтә ҡырағай йәнлектәр, Урмандағы барса хайуандар, Килегеҙ ҙә ашағыҙ!


Был халыҡтың мәйеттәре күктәге ҡоштарға ем, ерҙәге йәнлектәргә емтек булып аунап ятыр, уларҙы ҡыуырлыҡ та кеше ҡалмаҫ.


Раббы, Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша әйткәндәренә ярашлы, Йәһүҙәне юҡ итер өсөн уға ҡаршы Халдей, Арам, Моав, Ғаммон баҫҡынсыларын ебәрҙе.


Һин күргән ун мөгөҙ һәм януар фәхишәгә нәфрәт менән ҡараясаҡ һәм уны бөлгөнлөккә төшөрәсәк, яланғас ҡалдырасаҡ, уның тәнен ашаясаҡ һәм утта яндырасаҡ.


Уларҙың башына дүрт төрлө ҡаза ебәрәм, – тип белдерә Раббы. – Ҡырыр өсөн ҡылыс, йолҡҡослар өсөн эттәр, тамаҡлап юҡ итер өсөн күк ҡоштары һәм ҡыр йәнлектәре юллайым.


Дошмандары йәш арыҫландай ырылдай, үкерә, Илен бушлыҡҡа әйләндерҙеләр; Ҡалалары яндырылды, Унда йәшәргә кеше ҡалманы.


уларҙың йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡулына бирәм. Мәйеттәре һауалағы ҡоштарға һәм ерҙәге йәнлектәргә емтек булыр.


Мәрхәмәт ялбарып, Сион ҡулын һуҙа, Ләкин уның йыуатыусыһы юҡ. Раббы бойороҡ бирҙе – дошмандары Яҡупты уратып алды. Йәрүсәлим улар уртаһында Ерәнгес бер нәмә һымаҡ ҡалды.


Әҙәмдең тәкәббер ҡарашы шиңер, Ғорурлығы селпәрәмә килер. Ул көндө тик Раббы ғына юғары күтәрелер.


Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ул көн Бөтә һауалы, юғары, ғорурҙарҙы түбәнһетер.


Улар көтөүселәре булмағанға күрә таралышты, шул арҡала ҡырағай хайуандарға ем булды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios