Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 12:7 - Изге Яҙма

7 «Мин ил-йортомдо ташланым, Үҙ биләмәмдән баш тарттым; Һөйгән халҡымды дошмандары ҡулына бирҙем.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

7 «Мин ил-йортомдо ташланым, Үҙ биләмәмдән баш тарттым; Һөйгән халҡымды дошмандары ҡулына бирҙем.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 «Мин ил-йортомдо ташланым, Үҙ биләмәмдән баш тарттым; Һөйгән халҡымды дошмандары ҡулына бирҙем.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 12:7
23 Referencias Cruzadas  

Йә Раббы, халҡыңды – Яҡуп нәҫелен ташланың. Улар көнсығыштың күп йолаларына эйәрҙеләр. Пелештиҙәр һымаҡ күрәҙә итәләр, Сит-яттар менән ҡул ҡыҫышалар.


«Һөйгән халҡым, күпме яуызлыҡтар ҡылғандан һуң Минең йортомда булырға ни хаҡың бар? Был ҡорбан ите һине бәләнән ҡотҡара алмаясаҡ, Сөнки һин ҡәбәхәтлек ҡылғанда һөйөнәһең».


«Гилгалдағы бар залимлыҡтары өсөн Мин уларға шунда уҡ нәфрәтләнгәйнем. Ҡылған яуызлыҡтары өсөн Уларҙы йортомдан ҡыуып сығарам. Бүтәнсә уларҙы яратмайым – Бөтә башлыҡтары фетнәсел.


Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, үҙҙәренең дәүере үткәнгә тиклем, Йәрүсәлимде тапап йөрөрҙәр.


Бөтә халыҡтарҙы йыйып, Йеһошафат үҙәненә килтерәм. Үҙемдең халҡым, биләмәм Исраилға ҡаршы Ҡылған ғәмәлдәре өсөн уларҙы хөкөмгә тарттырам. Сөнки халҡымды башҡа ҡәүемдәр араһына тараттылар, Еремде үҙ-ара бүлешеп алдылар.


Борғо ҡысҡыртығыҙ Сионда, Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ!


Исраил халҡына әйтергә ҡушып, Раббы Хаким былай ти: «Ғорурлығығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө, күҙҙәрегеҙҙең ҡыуанысы, күңелегеҙҙең йыуанысы булған Изге торлағымды нәжесләйәсәкмен. Һеҙ ҡалала ҡалдырған улдарығыҙ менән ҡыҙҙарығыҙ ҡылыстан үткәреләсәк.


Исраилдың Изгеһе алдында Илдәре енәйәткә батҡан булһа ла, Аллалары Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Исраил һәм Йәһүҙә халҡын ташламаны.


Эй Йәрүсәлим, сәсеңде ҡырҡып ташла, Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа һыҡта. Сөнки асыуын ҡабартҡан был нәҫелдән Раббы ваз кисте, уны ташланы.


Шулай икән, исемемә бағышланған, өмөтөгөҙҙө бағлаған был ҡорамды ла, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән урынды ла Шило хәленә ҡалдырасаҡмын.


Йәһүҙәнән Һин бөтөнләй баш тарттыңмы? Күңелеңә нәфрәтлеме Сион? Ниңә беҙгә төҙәлмәҫлек яра һалдың? Беҙ именлек көттөк, әммә яҡшылыҡ килмәне; Шифа тапмаҡсы инек, әммә ҡазаға дусар булдыҡ.


Мин һиңә биргән биләмәңдән Үҙ ғәйебең арҡаһында мәхрүм ҡаласаҡһың. Үҙең белмәгән ерҙә дошмандарыңа Ҡол итәсәкмен Мин һине. Сөнки һеҙ нәфрәт утымды тоҡандырҙығыҙ, Ул һүнмәҫ ялҡын булып янасаҡ».


Эй Йермеяһ, был халыҡ араһынан берәйһе, пәйғәмбәр йәки ҡаһин һинән: «Раббы беҙгә был хәбәрҙе ебәреп, нимә йөкмәтмәксе икән?» – тип һораһа: «Раббы: „Һеҙ үҙегеҙ Миңә йөк. Мин һеҙҙе алып ташлаясаҡмын!“ – тип белдерә», – тиерһең.


һеҙҙе бөтөнләйгә онотормон, һеҙҙән дә, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән ошо ҡаланан да ваз кисермен,


«Исраилды бала сағынан яраттым, Үҙ улымды Мысырҙан саҡырып алдым.


Бинйәмин тураһында әйтте: – Раббының һөйөклөһө Уның янында Һис бер хәүеф белмәй йәшәй. Раббы уны һәр саҡ ҡурсалай, Ул Раббының ҡосағында имен-аман.


Халҡымдың иҫән ҡалғандарынан баш тартам, уларҙы дошмандары ҡулына тапшырам. Дошмандары уларҙы талап, үҙҙәренә табыш итер.


Аҡһөйәктәр өҫтөнә Раббы хурлыҡ яуҙыра, Юлһыҙ ерҙәрҙә уларҙы аҙаштыра.


Ә инде был бойороҡтарымды үтәмәһәгеҙ, исемем менән ант итәм, – тип белдерә Раббы, – был һарай харабаға әйләнер“».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios