Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 10:8 - Изге Яҙма

8 Улар алйот һәм аңралар. Мәғәнәһеҙ боттарҙан нимә өйрәнмәк кәрәк? Улар бит ағастан яһалған!

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Улар алйот һәм аңралар. Мәғәнәһеҙ боттарҙан нимә өйрәнмәк кәрәк? Улар бит ағастан яһалған!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Улар алйот һәм аңралар. Мәғәнәһеҙ боттарҙан нимә өйрәнмәк кәрәк? Улар бит ағастан яһалған!

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 10:8
16 Referencias Cruzadas  

Йорт илаһтары алдаша; Күрәҙәселәр юҡ-барҙы күрә; Юраусылар ялған төштәр һөйләй. Шуға ла халыҡ аҙашҡан һарыҡ һымаҡ Көтөүсе юҡлыҡтан михнәт сигә.


Уның алдында бар әҙәм – аҡылһыҙ һәм наҙан; Һәр көмөшсө боттары менән оятҡа ҡала, Яһаған һындары ялған, Уларҙың өнө-тыны юҡ.


Ниндәй файҙаһы бар оҫта рәүеш биргән һындың – Ялғанға өйрәтеүсе ҡойолма боттоң? Оҫта үҙе эшләгән әйбергә ышана ла, Тик тегеһе бары телһеҙ бот шул.


Арала береһенең дә: «Утындың яртыһын яндырҙым, Ҡуҙында икмәк бешерҙем, ит ҡурып ашаным. Ҡалғанынан ерәнгес бер нәмә яһап, Бер утын ағасына сәждә ҡылайыммы?» – тип уйларға башы етмәй.


Ҡара, һәммәһе лә бер ни түгел, Улар бер нәмә лә эшләй алмай. Кешеләрҙең яһаған боттары Ел һымаҡ, төптө буш ҡыуыҡ».


Көслө батшаларҙы ҡырҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


Шөкөр ҡорбандары килтерермен, Раббының исемен ҡабатлармын.


«Халҡым алйот, – ти Раббы. – Ул Мине танымай. Аңһыҙ балалар һымаҡ аҡылдары юҡ. Яманлыҡҡа баштары шәп эшләй, Яҡшылыҡ ҡылырға белмәй».


Улар ағасҡа: „Һин – минең атам“, Ташҡа: „Мине һин тыуҙырҙың“, – тиҙәр. Ә Миңә йөҙҙәре түгел, арҡалары менән боролдолар. Әммә өҫтәренә бәлә килһә: „Килә һал, ҡотҡар!“ – тип ялынырҙар.


Минең халҡым ағасҡа һорау бирә, Уға ағас таяҡ яуап ҡайтара! Сөнки фәхешлек рухы уларҙы юлдан яҙҙырҙы: Уйнаш итеп, үҙ Аллаһынан йыраҡлаштылар.


Был кешеләр белмәй, аңламайҙар, Сөнки күҙҙәре лә, зиһендәре лә томаланған – Күрмәйҙәр, фекер йөрөтә белмәйҙәр.


Йәһүҙә тыйғыһыҙ фәхешлеге менән ерҙе нәжесләне, таш менән дә, ағас менән дә зина ҡылды.


Шунда мин эстән уйланым: «Былары – ярлы, наҙан кешеләр. Улар Раббының юлын, Аллаларының ҡағиҙәһен белмәй.


Ғажиз булып, хәлем тамам бөткәс, Мин Раббыны иҫкә төшөрҙөм, Доғам Һиңә, изге ҡорамыңа олғашты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios