Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 10:21 - Изге Яҙма

21 Халыҡтың көтөүселәре алйот, Улар Раббынан кәңәш һорамай. Шуға күрә эштәре уңыш ҡаҙанмай, Бөтә көтөүҙәре таралды.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

21 Халыҡтың көтөүселәре алйот, Улар Раббынан кәңәш һорамай. Шуға күрә эштәре уңыш ҡаҙанмай, Бөтә көтөүҙәре таралды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Халыҡтың көтөүселәре алйот, Улар Раббынан кәңәш һорамай. Шуға күрә эштәре уңыш ҡаҙанмай, Бөтә көтөүҙәре таралды.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 10:21
18 Referencias Cruzadas  

Көтөүселәр өйөрө йөҙөм баҡсамды харап итте, Биләмәмде тапап бөттө, Минең ғәзиз өлөшөмдө буш сүлгә әйләндерҙе.


«Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.


«Көтөүселәргә ҡаршы асыуым ялҡынланды. Әйҙәп барған тәкәләрен язалаясаҡмын, – ти Раббы. – Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Көтөүен – Йәһүҙә халҡын – Үҙеҡайғыртыр; Уны ғорур һуғыш аты итер.


Таралған көтөүе араһында һарыҡтарын барлаған көтөүсе кеүек, Мин дә ҡуйҙарымды эҙләрмен. Болотло, ҡараңғы көндә таралған бөтә ерҙәрҙән уларҙы йыйып алырмын.


Улар алйот һәм аңралар. Мәғәнәһеҙ боттарҙан нимә өйрәнмәк кәрәк? Улар бит ағастан яһалған!


Аҡыл эйәләре оятҡа ҡалды, Сараһыҙлыҡҡа төштө, тоҙаҡҡа эләкте. Улар Раббы һүҙенән баш тартты – Шунан, ҡайҙа уларҙың аҡылы?


Ҡаһиндар: „Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманы. Ҡанун белгестәрегеҙ Мине белмәне; Хакимдарығыҙ Миңә ҡаршы баш күтәрҙе; Пәйғәмбәрҙәр, Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итеп, Бер нәмәгә ярамаҫ боттарға күңел бирҙе.


Исраил – таралған һарыҡ көтөүе ул; Уны арыҫландар баҫтырҙы. Тәүҙә уны Ашшур батшаһы ашаны, Унан Бабил батшаһы Навуходоносор һөйәктәрен кимерҙе».


Дөйәләре башҡаларға табыш булыр, Көтөү-көтөү малдары таланыр. Был сикә сәстәрен ҡырып йөрөгән әҙәмдәрҙе Һәр тарафҡа елгә һибәм, Һәр яҡтан баштарына бәлә ебәрәм, – тип белдерә Раббы. –


Уның алдында бар әҙәм – аҡылһыҙ һәм наҙан; Һәр көмөшсө боттары менән оятҡа ҡала, Яһаған һындары ялған, Уларҙың өнө-тыны юҡ.


Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Раббы былай ти: «Был әҙәмде балаһыҙҙар исемлегенә яҙығыҙ, Ғүмерен бушҡа уҙғарған кеше тип теркәп ҡуйығыҙ. Уның тоҡомонан бер кем дә уңыш ҡаҙана алмаҫ, Нәҫеленән Дауыт тәхетендә ултырыусы булмаҫ, Йәһүҙәлә батшалыҡ итмәҫ».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios