Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 1:17 - Изге Яҙма

17 Ә һин билеңде быу ҙа әҙерлән! Мин ни бойорһам, шуның һәммәһен уларға еткер. Уларҙан ҡурҡма, Юҡһа уларҙың алдында үҙеңде ҡурҡыуға һалырмын.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Ә һин билеңде быу ҙа әҙерлән! Мин ни бойорһам, шуның һәммәһен уларға еткер. Уларҙан ҡурҡма, Юҡһа уларҙың алдында һине ҡурҡыуға һалырмын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

17 Ә һин билеңде быу ҙа әҙерлән! Мин ни бойорһам, шуның һәммәһен уларға еткер. Уларҙан ҡурҡма, Юҡһа уларҙың алдында үҙеңде ҡурҡыуға һалырмын.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 1:17
26 Referencias Cruzadas  

Раббының ҡөҙрәте иңгән Ильяс, кейеменең сабыуҙарын билбауына ҡыҫтырҙы ла, Изреғилгә еткәнсе Ахав алдынан йүгереп барҙы.


Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.


Билдәрегеҙ быуылған, яҡтыртҡыстарығыҙ тоҡандырылған булһын.


Әгәр пәйғәмбәр төш күргән икән, уны төшө итеп һөйләһен, ә кемгә һүҙемде ебәргәнмен икән, уны тоғро итеп еткерһен, – тип белдерә Раббы. – Кәбәк менән саф бойҙайҙың ниндәй уртаҡлығы бар?


Мин бойорғандарҙы һин ағайың Һарунға әйт, ә ул, Исраил халҡына үҙ иленән сығырға рөхсәт итһен өсөн, фирғәүенгә еткерер.


Инде ирҙәрсә билеңде быу ҙа, Мин һорайым, ә һин аңлатып бир.


Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем.


Һеҙгә файҙалы булырҙай бер нәмәне лә бәйән итмәй ҡалдырманым, һеҙҙе халыҡ алдында ла, өйҙән-өйгә йөрөп тә өйрәттем.


Алла уға: – Мин һинең менән булырмын. Һине Минең ебәреүемә шундай билдә булыр: халыҡты Мысырҙан сығарғанда ошо тауҙа Миңә ғибәҙәт ҡыласаҡһығыҙ, – тине.


Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләйем икән, маҡтанырға бер сәбәбем дә юҡ, сөнки был – минең өсөн мотлаҡ булған вазифа. Әгәр вәғәзләүҙән туҡтаһам, ҡайғы миңә!


– Бар, юлға сыҡ! Бөйөк Ниневе ҡалаһына бар ҙа уның халҡына Мин һиңә әйткәндәрҙе иғлан ит.


Мине эҙәрләүселәр оятҡа ҡалһын, Мине иһә хур булыуҙан һаҡла. Әйҙә, улар ҡурҡыуға ҡалһын, Мине дәһшәт урап үтһен. Уларға ебәр һәләкәт көнөн, Икеләтә ҡеүәт менән ҡыйрат!


– Гехази, йәһәт кенә әҙерлән дә юлға сыҡ, – тине Ильясиғин. – Таяғымды ал. Ҡара уны, бер ерҙә лә туҡтама. Үҙең һаулыҡ ҡушма, хатта сәләм биргәндәргә лә яуап ҡайтарма. Барып еткәс, таяғымды баланың битенә ҡуй.


Белеүегеҙсә, бынан алда Филиппойҙа ғазаптар сигеп, мәсхәрәләр аша үтһәк тә, Аллабыҙҙан ҡыйыулыҡ алып, ҡаршылыҡтарға бирешмәй, Һөйөнөслө Хәбәрҙе һеҙгә еткерҙек.


Ильясиғин пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән берәүһен саҡырып алды ла уға: – Юлға әҙерлән, бынау зәйтүн майлы һауытты алып, Ғилғәд Рамоҫына бар, – тине. –


– Ҡурҡма, уға эйәреп төш, – тине Раббы фәрештәһе Ильясҡа. Пәйғәмбәр был илле башы менән бергә батша янына китте.


Бына, Мин бөгөн һине Нығытмалы ҡала, тимер бағана, Баҡыр диуар итеп бөтә был илгә – Йәһүҙәнең батшалары, түрәләренә, Ҡаһиндарына, ил халҡына ҡаршы ҡуйҙым.


– Раббы былай ти: «Раббы йортоноң ихатаһына баҫ та Йәһүҙә ҡалаларынан бында ғибәҙәт ҡылырға килеүселәрҙең барыһына ла Мин һиңә әйтергә ҡушҡандарҙы еткер, бер һүҙен дә кәметмә!


Йермеяһ түрәләргә һәм халыҡҡа: – Ошо йортҡа һәм ошо ҡалаға ҡаршы һеҙ ишеткән бөтә пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен әйтергә мине Раббы ебәрҙе, – тине. –


Нерияһ улы Барух Йермеяһ пәйғәмбәр бойорғандарҙың бөтәһен дә эшләне – Раббының төргәк китапҡа яҙылған һүҙҙәрен Раббы йортонда уҡыны.


Саҡырған сағымда яҡын килеп, «Ҡурҡма!» – тип тынысландырҙың.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios