Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Һошеяғ 8:4 - Изге Яҙма

4 Ризалығымдан башҡа үҙҙәренә батша ҡуйҙылар, Миңә әйтмәй башлыҡ һайланылар. Үҙ баштарына һәләкәт юллап, Алтын-көмөштәренән боттар ҡойҙолар.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Ризалығымдан башҡа үҙҙәренә батша ҡуйҙылар, Миңә әйтмәй башлыҡ һайланылар. Үҙ баштарына һәләкәт юллап Алтын-көмөштәренән боттар ҡойҙолар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Ризалығымдан башҡа үҙҙәренә батша ҡуйҙылар, Миңә әйтмәй башлыҡ һайланылар. Үҙ баштарына һәләкәт юллап, Алтын-көмөштәренән боттар ҡойҙолар.

Ver Capítulo Copiar




Һошеяғ 8:4
20 Referencias Cruzadas  

Инде гонаһ өҫтөнә гонаһ ҡылалар, Көмөштән үҙҙәре белгәнсә бот ҡоялар. Был боттар һәммәһе һөнәрселәр эше! Әфраимдар тураһында: «Ҡорбан килтергән кешеләр Башмаҡ һынын үбә!» – тиҙәр.


Әммә ул шуны белмәне: Уға ашлыҡты, яңы шарапты, Зәйтүн майын Мин биргәйнем. Бәғел илаһына сарыф иткән Алтын-көмөштө лә муллап Мин тотторҙом.


Неват улы Яровғам ҡылған гонаһтарҙы ҡабатлауы ғына етмәгән, Сидон батшаһы Әҫбәғелдең ҡыҙы Изевелгә өйләнеп, ялған илаһ Бәғелгә табына һәм уға хеҙмәт итә башланы.


Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ?


Мин – яҡшы көтөүсемен. Ата – Мине, Мин Атаны таныған кеүек, Мин Үҙемдең һарыҡтарымды таныйым, улар Мине таный. Мин һарыҡтарым өсөн йәнемде фиҙа ҡылам.


Ярандары менән кәңәшләшкәндән һуң, Яровғам алтындан ике үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙорҙо һәм халыҡҡа: – Бүтәнсә ғибәҙәт ҡылыр өсөн Йәрүсәлимгә йөрөүҙең кәрәге юҡ, – тип иғлан итте. – Эй Исраил, һине Мысыр еренән алып сыҡҡан аллалар бына ошо.


Әммә Ул: «Һеҙҙең ҡайҙан икәнегеҙҙе белмәйем, яуызлыҡ ҡылыусылар, бөтәгеҙ ҙә Минең янымдан китегеҙ», – тиер.


Өй хужаһы тороп ишекте бикләгәндән һуң, һеҙ, тышҡы яҡта ҡалып, ишек ҡаға башларһығыҙ һәм: «Әфәндем, беҙгә ас әле!» – тип үтенерһегеҙ. Ә Ул һеҙгә: «Мин һеҙҙең кем икәнегеҙҙе лә, ҡайҙан икәнегеҙҙе лә белмәйем», – тип яуаплар.


Ләкин ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: мин һеҙҙе белмәйем», – тип яуап ҡайтарған.


Ҡылған бөтә гонаһтарығыҙҙы ташлағыҙ. Үҙегеҙ өсөн яңы йөрәк, яңы рух булдырығыҙ! Ни өсөн һеҙгә үлергә, эй Исраил нәҫеле?


Был гонаһ Яровғам йортон һәләкәткә килтереүгә, нәҫелен ер йөҙөнән ҡоротоуға сәбәп булды.


Кеше үҙенә алла яһай аламы? Ысынында ул аллалар бит – Алла түгел!»


Навуходоносор батша, буйы – алтмыш, иңе алты терһәк ҙурлығындағы алтын һәйкәл яһатып, уны Бабил өлкәһендәге Дура үҙәненә ҡуйҙы.


Исраил яҡшылыҡты инҡар итте – Дошман эҙәрләр уны.


Әфраим һөйләгән саҡта, барыһы ла тетрәп торҙо, Исраилда ул юғары дәрәжәлә ине, Әммә Бәғелгә табынып ғәйепкә батты һәм харап булды.


Асыулы сағымда Мин һиңә батша бирҙем, Ярһығанда уны тартып алдым.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios