Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Һошеяғ 4:9 - Изге Яҙма

9 Халыҡты ла, ҡаһиндарҙы ла бер тәҡдир көтә: Мин уларҙы ҡылғандары өсөн язалаясаҡмын, Ғәмәлдәренә күрә әжерен бирәсәкмен.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Халыҡты ла, ҡаһиндарҙы ла бер тәҡдир көтә: Мин уларҙы ҡылғандары өсөн язалаясаҡмын, Ғәмәлдәренә күрә әжерен бирәсәкмен.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Халыҡты ла, ҡаһиндарҙы ла бер тәҡдир көтә: Мин уларҙы ҡылғандары өсөн язалаясаҡмын, Ғәмәлдәренә күрә әжерен бирәсәкмен.

Ver Capítulo Copiar




Һошеяғ 4:9
23 Referencias Cruzadas  

Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Халыҡ менән ҡаһин араһында, Ҡол менән хужаһы араһында, Ялсы ҡатын менән хужабикә, Һатыусы менән алыусы, Бурыс биргән менән бурысҡа алғандың араһында Бер ниндәй айырма ҡалмаясаҡ.


– Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.


Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша бойорған һүҙҙәрем һәм ҡағиҙәләрем ата-бабаларығыҙға барып етмәнеме ни? Улар ҙа Миңә кире ҡайтып: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡыуған юлдарыбыҙға һәм ҡылған ғәмәлдәребеҙгә күрә беҙгә нимә эшләргә ниәтләһә, шуны тормошҡа ашырҙы», – тинеләр.


Гивға көндәрендәге һымаҡ, Әфраимдар ҡот осҡос боҙоҡлоҡҡа тарыны. Раббы уларҙың ғәйептәрен иҫкә төшөрөр, Гонаһтары өсөн яза бирер.


Бүләк итеп Миңә ҡорбан килтерәләр, Ҡорбан итен ашайҙар. Раббы уларҙы хуш күрмәй. Инде уларҙың яман ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөр, Гонаһтарына күрә язалар, Улар йәнә Мысырға әйләнеп ҡайтыр.


Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Изреғил тип исем ҡуш, сөнки Мин тиҙҙән Йеһу нәҫелен Изреғил үҙәнендә ҡойолған ҡан өсөн яуапҡа тарттырам һәм Исраил нәҫеленең батшалыҡ итеүенә сик ҡуям.


Тәҡүә кешегә яҡшылыҡ күрәсәген һөйләгеҙ, Сөнки ул ҡылған ғәмәлдәренең емешен татыр.


Яман кеше үҙ яуызлығының ауына эләгә, гонаһтарының тоҙағына бәйләнә,


Кеше үҙ һүҙенең емештәре менән игелек табыр, хеҙмәте бүләк булып үҙенә әйләнеп ҡайтыр.


Яуызлыҡтарын хәтерләгәнем тураһында уйламайҙар. Гонаһтары үҙҙәрен уратып алған – Улар ҡасып ҡотола алмаҫ Минән.


«Гилгалдағы бар залимлыҡтары өсөн Мин уларға шунда уҡ нәфрәтләнгәйнем. Ҡылған яуызлыҡтары өсөн Уларҙы йортомдан ҡыуып сығарам. Бүтәнсә уларҙы яратмайым – Бөтә башлыҡтары фетнәсел.


Ә хәҙер уларҙы Үҙем теләгәнсә язалайым: Халыҡтар уларға ҡаршы берләшер, Ике енәйәттәре өсөн Уларҙың аяҡ-ҡулы бәйләнер.


Йәһүҙәгә лә Раббының дәғүәһе бар; Ҡылған ҡылыҡтары өсөн Яҡупҡа язаһын бирер Раббы; Ғәмәлдәренең әжерен бирер.


Тәҡүә ер йөҙөндә әжерен ала икән, яуыз менән гонаһ эйәһе хаҡында әйтеп тә тораһы түгел.


Исраил Минән ситләшкән замандарҙа Минән йыраҡлашҡан, Мине ташлап, боттарына эйәргән левиҙәр гонаһтары өсөн тейешле яза аласаҡ.


Әммә улар, боттарға табынған Исраил нәҫеленә хеҙмәт итеп, халыҡты гонаһҡа батырған өсөн, Мин ҡулымды күтәреп ант итәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – улар гонаһтары өсөн тейешле яза аласаҡ. –


Әсә ҡарынында туғанының үксәһенән тотто, Ир ҡоронда Алла менән алышты,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios