Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Һошеяғ 2:7 - Изге Яҙма

7 Уйнаштары артынан ташланыр, Тик уларҙы ҡыуып етә алмаҫ; Эҙләргә тотонор, тик таба алмаҫ. Шул саҡ: „Үҙемдең элекке иремә ҡайтайым, – тиер. – Ул заман хәлем әлегенән яҡшыраҡ ине“.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Уйнаштары артынан ташланыр, Тик уларҙы ҡыуып етә алмаҫ. Эҙләргә тотонор, тик таба алмаҫ. Шул саҡ: „Үҙемдең элекке иремә ҡайтайым, – тиер. – Ул заман хәлем әлегенән яҡшыраҡ ине“.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Уйнаштары артынан ташланыр, Тик уларҙы ҡыуып етә алмаҫ; Эҙләргә тотонор, тик таба алмаҫ. Шул саҡ: „Үҙемдең элекке иремә ҡайтайым, – тиер. – Ул заман хәлем әлегенән яҡшыраҡ ине“.

Ver Capítulo Copiar




Һошеяғ 2:7
41 Referencias Cruzadas  

– Бар, ошоларҙы Йәрүсәлим халҡына иғлан ит, Раббы былай ти: «Йәш сағыңдағы тоғролоғоңдо, Кәләш сағыңдағы һөйөүеңде, Сүлдә, һис бер нәмә үҫмәй торған ерҙә, Артымдан эйәреп йөрөгәнеңде хәтерләйем.


Әфраим – үҙенең сирен, Йәһүҙә эренле шешен күргәс, Әфраим Ашшурға юл тотто – Бөйөк батшаға илселәр ебәрҙе. Әммә был батша һеҙҙе шифалай алмаҫ, Эренле шешегеҙҙән дауаламаҫ.


Көтөүлек булғанда – туйындығыҙ, Тамағығыҙ туйғас, эреләнеп Мине оноттоғоҙ.


Өлкәненең исеме – Оһола, һеңлеһенеке Оһолива ине. Улар Минеке булды, улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. Оһола – Самария, ә Оһолива Йәрүсәлим ине.


Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы? Күк үҙенән-үҙе ямғыр ҡоямы? Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы? Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә.


Самария ғәйебенә күрә язаһын күтәрер, Сөнки Аллаһына ҡаршы баш күтәрҙе: Уның халҡы ҡылыстан һәләк булыр, Сабыйҙары киҫәктәргә тураҡланыр, Йөклө бисәләрҙең ҡорһаҡтары бүҫелер.


Шунан китәм, Үҙемдең урыныма ҡайтам – Ғәйептәрен танығансы, Хәсрәткә батып Мине эҙләргә, Ихласлап эҙләргә тотонғансы».


Ул кешеләр араһынан ҡыуылды, аҡылы менән януарға тиңләште, ҡырағай ишәктәр менән бергә көн күрҙе, мал ише, үлән менән туҡланды, тәне күк ысығында йыуылды – кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары Алла хаким икәнен, кемде теләй, шуны батша итеп ултыртҡанын аңлағансы шулай булды.


Ер йөҙөндә йәшәүселәр Уға бер ни түгел; Күк көстәре һәм ер мәхлүктәре менән Үҙе теләгәнсә эш итә Ул. Һис кем уның ҡулын туҡтата алмаҫ, Бер кем Уға: «Ни эшләүең был?» – ти әйтә алмаҫ.


Навуходоносор батшаға әйтелгәндәрҙең барыһы ла ғәмәлгә ашты.


Һин төшөңдә күргән ҡеүәтле һәм бөйөк, башы күктәргә олғашҡан, ерҙең һәр тарафынан күренеп торған,


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Күңелең екһенеп ташлаған һөйәрҙәреңде һиңә ҡаршы күтәрәсәкмен. Һәр яҡтан уларҙы һиңә ҡаршы килтерәсәкмен.


Һеҙ: „Ағасҡа, ташҡа табынған ҡәүемдәр, ят ҡәбиләләр кеүек буласаҡбыҙ“, – тиһегеҙ. Әммә был ниәтегеҙ бер ваҡытта ла ғәмәлгә ашмаҫ.


Уларға нағышлы күлдәктәреңде кейҙерҙең, уларҙың алдына Минең зәйтүн майымды һәм хуш еҫле сайырымды ҡуйҙың.


Ҡабат яныңдан үтеп барған саҡта һине күреп ҡалдым. Һинең һөйөү өсөн өлгөргәнеңде күреп, сабыуым менән яланғас тәнеңде ҡапланым. Ант итеп, һинең менән килешеү төҙөнөм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Шунда һин Минеке булдың.


Был килешеү Мин уларҙың ата-бабаларын Мысырҙан етәкләп алып сыҡҡан саҡта төҙөгән килешеү кеүек булмаҫ. Мин уларҙың ире һымаҡ булһам да, ул килешеүемде боҙҙолар, – тип белдерә Раббы. –


Әфраимдың хәсрәтләнгәнен ишетәм: „Еккегә өйрәтелмәгән башмаҡ һымаҡ инем, Һин миңә һабаҡ бирҙең – мин аҡылға ултырҙым. Ҡайтарһаңсы – мин ҡайтайым, Һин – Раббы, минең Алламһың.


Ниңә унда-бында сабыулайһың, Юлыңды туҡтауһыҙ үҙгәртәһең? Ашшур һине нисек оятҡа ҡалдырған, Мысыр ҙа шулай хурлыҡҡа төшөрөр.


Ҡайҙа һуң үҙеңә яһап алған илаһтарың? Башыңа бәлә килгән сағында, Ҡотҡара алһалар, улар тороп килһен. Сөнки ҡалаларың нисәү булһа, Илаһтарыңдың һаны шунса, эй Йәһүҙә!


„Юҡ, беҙ ат менеп ҡасабыҙ!“ – тинегеҙ, – Ярай, улай булғас, ҡасырһығыҙ. „Етеҙ аттарға менеп сабырбыҙ!“ – тинегеҙ. Ярай, һеҙҙе баҫтырыусылар ҙа етеҙ булыр.


«Әгәр ҙә ир ҡатынын айырып ебәрһә, Ҡатын, унан киткәс, икенсегә сыҡһа, Ул ир ҡабаттан ҡатынына ҡайта аламы? Ул рәүешле ил нәжескә батмаймы? Һин күп уйнаштарың менән зина ҡылдың. Инде Миңә ҡайтырға йыйынаһыңмы? – тип белдерә Раббы. –


Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Һин Миңә „Ирем“ тип өндәшерһең, Бынан ары Мине „Хужам“ тип әйтмәҫһең.


Уны еңгән Дамаск аллаларына ҡорбан килтерә: «Арам батшаларының аллалары уларға ярҙам итә лә баһа, мин дә уларға ҡорбан салайым да, улар миңә лә ярҙам итер», – тип өмөтләнә. Әммә был илаһтар Ахаз менән бөтә Исраилдың һәләкәтенә сәбәп була.


Беҙ нәҙер иткәндәребеҙҙең барыһын да мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ: Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтеүебеҙҙе, уға түкмә ҡорбан килтереүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Үҙебеҙ ҙә, ата-бабаларыбыҙ ҙа, батшаларыбыҙ һәм түрәләребеҙ ҙә Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шулай эшләй торғайныҡ. Ул ваҡытта туҡ, бәхетле булдыҡ, бәлә-ҡаза күрмәнек.


Ашшур улдарына, түрәләр һәм башлыҡтарға, баштан-аяҡ ҡоралланған, атҡа атланған яугирҙәргә, барса сибәр егеттәргә йән атты.


Бына Раббының Һошеяғҡа мөрәжәғәт итеп әйткән һүҙ башы. Раббы Һошеяғҡа былай тине: – Бар, үҙеңә фәхишә ҡатын һәм уның фәхештән тыуған балаларын ал, сөнки был ил, Раббыһына хыянат итеп, фәхешлеккә батты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios