Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Һошеяғ 2:5 - Изге Яҙма

5 Әсәләре зина ҡылды, Уларҙы тапҡан әсә үҙен хурланы. „Уйнаштарым артынан барам. Икмәгемде, һыуымды, йөнөмдө, етенемде, Зәйтүн майымды, эсемлегемде улар бирә“, – тине.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Әсәләре зина ҡылды, Уларҙы тапҡан әсә үҙен хурланы. „Уйнаштарым артынан барам. Икмәгемде, һыуымды, йөнөмдө, етенемде, Зәйтүн майымды, эсемлегемде улар бирә“, – тине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Әсәләре зина ҡылды, Уларҙы тапҡан әсә үҙен хурланы. „Уйнаштарым артынан барам. Икмәгемде, һыуымды, йөнөмдө, етенемде, Зәйтүн майымды, эсемлегемде улар бирә“, – тине.

Ver Capítulo Copiar




Һошеяғ 2:5
33 Referencias Cruzadas  

Раббы миңә: – Башҡа бер ир менән уйнаш иткән ҡатыныңды әүәлгесә ярата бир – бүтән илаһтарға табынып, уларға саҙаҡа итеп килтерелгән йөҙөм көлсәләрен үҙ иткән Исраил халҡын Раббы ла шулай ярата, – тине.


Әммә ул шуны белмәне: Уға ашлыҡты, яңы шарапты, Зәйтүн майын Мин биргәйнем. Бәғел илаһына сарыф иткән Алтын-көмөштө лә муллап Мин тотторҙом.


Бығаса тоғро булған баш ҡала – Йәрүсәлим – Нисек һуң фәхишәгә әйләнгән? Ул ғәҙеллек менән тулы ине; Ул хаҡлыҡ төйәге булды, Инде бында тик кеше үлтереүселәр ҡалды!


«Сүлдә йөҙөм ҡыуағы тапҡандай, Мин Исраилды таптым, Мин ата-бабаларығыҙҙы Емеше иртә өлгөргән инжир ағасылай күрҙем. Улар иһә Бәғел-Пеғорға килде, Күңелдәрен ерәнгес ботҡа бағышланы; Үҙҙәре лә яратҡан боттары һымаҡ Ҡәбәхәт хәлендә ҡалды.


Башы һуҡҡан яҡҡа барған ҡырағай ишәк шикелле Ул Ашшур тарафына йүнәлде. Әфраим үҙенә уйнаштарҙы аҡса биреп һатып алды.


Һин көндөҙ абынырһың, Төндә пәйғәмбәр ҙә һинең менән бергә абыныр. Мин һинең әсәңде харап итәм –


«Әсәйегеҙҙе әрләгеҙ, әрләгеҙ, Сөнки башҡаса ул Минең ҡатыным түгел, Мин дә уның ире түгелмен. Әйҙә, ул йөҙөнән фәхешлекте, Ҡуйынынан хыянатты алып ташлаһын.


Эй Йәһүҙә халҡы, нисә ҡалаң булһа, шул саҡлы уҡ илаһтарың бар һинең. Йәрүсәлим урамдары күпме булһа, әшәке Бәғелгә ҡорбан усаҡтарығыҙ шунса».


Мин әүәл үк ҡалыбыңды ваттым, Тышауыңды өҙҙөм. „Мин һиңә хеҙмәт итмәйем!“ – тинең, Һәр бейек ҡалҡыулыҡта боттарға табынып, Суҡ ботаҡлы һәр ағас аҫтында фәхешлек иттең.


Раббы былай ти: «Мин ҡыуып ебәргән әсәгеҙҙең айырылышыу ҡағыҙы бармы әллә? Йәки Мин һеҙҙе берәйһенә бурысымды ҡайтарыр өсөн һатып ебәрҙемме? Юҡ, һеҙ гонаһтарығыҙ өсөн һатылдығыҙ, Әсәйегеҙ һеҙҙең енәйәтегеҙ арҡаһында ҡыуылды.


Пелешти бейҙәре, үҙ илаһтары Дагонға ҙур ҡорбан килтереп, күңел асырға йыйылды. Улар: – Илаһыбыҙ дошманыбыҙ Шимшонды ҡулыбыҙға тапшырҙы, – тиештеләр.


Бына Раббының Һошеяғҡа мөрәжәғәт итеп әйткән һүҙ башы. Раббы Һошеяғҡа былай тине: – Бар, үҙеңә фәхишә ҡатын һәм уның фәхештән тыуған балаларын ал, сөнки был ил, Раббыһына хыянат итеп, фәхешлеккә батты.


Киҫәтеүгә ҡолаҡ һал, эй Йәрүсәлим, Юҡһа һинән ваз кисермен, Һине ташландыҡ ергә, Кешеһеҙ урынға әйләндерермен».


Әгәр эстән генә үҙ-үҙеңә: «Ниңә былар башыма төштө?» – тиһәң, – Һин үтә күп гонаһ ҡылдың, Итәгең күтәрелде, хурлыҡҡа ҡалдың.


Тыуған көнөңдә һинең кендегеңде ҡырҡманылар, һыу менән йыуындырманылар, тоҙ менән ыуманылар һәм йүргәккә төрмәнеләр.


Шуға күрә Раббы һүҙен тыңла, эй фәхишә!


Мин һине уйнаштарыңдың ҡулына тапшырам. Улар убаларыңды емерерҙәр, табыныу ҡалҡыулыҡтарыңды туҙҙырырҙар. Өҫтөңдәге кейемеңде йыртып бырғарҙар, биҙәнгестәреңде тартып алырҙар, һине яланғас, шәп-шәрә килеш ҡалдырырҙар.


Ул көндө гүзәл ҡыҙҙар, егеттәр, Һыуһыҙлыҡтан сарсап ҡолар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios