Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Һошеяғ 2:1 - Изге Яҙма

1 Ир туғандарығыҙға: «Ғамми», ә ҡыҙ туғандарығыҙға «Рухама» тип өндәшегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Ир туғандарығыҙға: «Амми», ә ҡыҙ туғандарығыҙға «Рухама» тип өндәшегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Ир туғандарығыҙға: «Ғамми», ә ҡыҙ туғандарығыҙға «Рухама» тип өндәшегеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Һошеяғ 2:1
17 Referencias Cruzadas  

Элегерәк һеҙ хатта халыҡ түгел инегеҙ, ә хәҙер Алла халҡы булдығыҙ. Ҡасандыр һеҙгә шәфҡәт күрһәтелмәгәйне, хәҙер иһә күрһәтелде.


Халҡымды ошо ерҙә Үҙем өсөн сәсермен, „Мәрхәмәт юҡ“ҡа мәрхәмәтемде күрһәтермен; „Халҡым түгел“ тип аталғанға: „Һин – Минең халҡым“, – тиермен, Ә ул Миңә: „Һин – минең Аллам“, – тип әйтер».


Алла мәрхәмәте аша беҙгә шундай хеҙмәт тапшырылғанлыҡтан, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ.


Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».


Минең торлағым улар араһында булыр. Мин уларҙың Аллаһы булырмын, улар Минең халҡым булыр.


Ул заманда Мин аталарығыҙға биргән ерҙә йәшәрһегеҙ. Һеҙ – Минең халҡым, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.


Улар Минең ҡанундарым буйынса йәшәр, ҡағиҙәләремде тотор. Шул саҡта улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Улар Минең халҡым булыр, ә Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.


«Әсәйегеҙҙе әрләгеҙ, әрләгеҙ, Сөнки башҡаса ул Минең ҡатыным түгел, Мин дә уның ире түгелмен. Әйҙә, ул йөҙөнән фәхешлекте, Ҡуйынынан хыянатты алып ташлаһын.


Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!


Исраилдың Изгеһе алдында Илдәре енәйәткә батҡан булһа ла, Аллалары Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Исраил һәм Йәһүҙә халҡын ташламаны.


Илегеҙҙә кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы ишәйтәсәкмен. Улар үрсер һәм күбәйер. Элекке ваҡыттарҙағы кеүек, илегеҙҙә бик күп кеше йәшәр. Мин һеҙгә әүәлгегә ҡарағанда ла күберәк игелек ҡылырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios