Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Һошеяғ 10:4 - Изге Яҙма

4 Уларҙың һүҙҙәре ялған, Килешеү төҙөшкәндә, алдап ант итәләр, Әммә баҫыу бураҙнаһындағы әрем ише, Хөкөм шытымы үҫеп сығыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Уларҙың һүҙҙәре ялған, Килешеү төҙөшкәндә, алдап ант итәләр, Әммә баҫыу бураҙнаһындағы әрем ише, Ғәҙеллек шытымы үҫеп сығыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Уларҙың һүҙҙәре ялған, Килешеү төҙөшкәндә, алдап ант итәләр, Әммә баҫыу бураҙнаһындағы әрем ише, Хөкөм шытымы үҫеп сығыр.

Ver Capítulo Copiar




Һошеяғ 10:4
16 Referencias Cruzadas  

Аттар ҡаяла сабамы? Үгеҙҙәр диңгеҙ һөрәме? Ә һеҙ ғәҙел хөкөмдө – ағыуға, Хаҡлыҡ емешен әсе әремгә әйләндерҙегеҙ.


Эй һеҙ, ғәҙел хөкөмдө әремгә әйләндереүселәр, Хаҡлыҡты ергә түңкәрә бәреүселәр – ҡайғы һеҙгә!


Ант боҙоу, алдау һәм үлтереш, Уғрылыҡ һәм аҙғынлыҡ хөкөм һөрә. Ҡан өҫтөнә ҡан түгелә.


Берегеҙ ҙә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


ҡаты бәғерле, кеше менән һыйыша алмаған, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ, яҡшылыҡҡа нәфрәтле,


аҡылһыҙҙар, үҙ һүҙҙәрендә тормайҙар, ҡаты бәғерлеләр, мәрхәмәтһеҙҙәр.


Мин һинең әсе көнсөллөккә батҡаныңды һәм гонаһ сылбыры менән бығауланғаныңды күрәм.


Әммә улар Адам ҡалаһы янында килешеүҙе боҙҙо, Шунда Миңә хыянат итте.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йөҙөм баҡсаһы – Исраил халҡы ул; Яратып ултыртҡан йөҙөм үҫентеләре – Йәһүҙә кешеләре! Ул ғәҙеллек көткәйне – бына ҡан ҡойош. Ул хаҡлыҡ көткәйне – һыҡтау!


Бөгөн арағыҙҙа был ҡәүемдәрҙең илаһтарына табыныр өсөн Аллабыҙ Раббынан ситләшкән ир ҙә, ҡатын да, нәҫел дә, ырыу ҙа булмаһын, арағыҙҙа ағыу һәм әрем үҫтереүсе тамыр булмаһын.


Раббы Мусаға былай тине: – Бына һин, үлеп, ата-бабаларың хозурына күсерһең. Ә был халыҡ, Миңә тоғролоҡ һаҡламайынса, барған ерендәге илаһтар менән зина ҡылыр, Мине ташлар һәм Мин улар менән төҙөгән килешеүҙе боҙор.


Шул саҡ уларға асыуым ялҡынланыр һәм Мин, уларҙы ташлап, йөҙ сөйөрөрмөн. Улар башҡаларға ем булыр, баштарына һанһыҙ михнәт-ҡайғылар ябырылыр һәм яза көнөндә: «Был бәләләр башыбыҙға Аллабыҙ беҙҙең менән булмаған өсөн төштө», – тип әйтерҙәр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios