Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Һошеяғ 1:11 - Изге Яҙма

11 Йәһүҙә халҡы менән Исраил халҡы берләшеп, үҙҙәренә бер башлыҡ ҡуйыр һәм ерҙәрендә сәскә атыр, сөнки Изреғилдең көнө бөйөк бер көн булыр!

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Йәһүҙә халҡы менән Исраил халҡы берләшеп үҙҙәренә бер башлыҡ ҡуйыр һәм ерҙәрендә сәскә атыр, сөнки Изреғилдең көнө бик бөйөк булыр!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Йәһүҙә халҡы менән Исраил халҡы берләшеп, үҙҙәренә бер башлыҡ ҡуйыр һәм ерҙәрендә сәскә атыр, сөнки Изреғилдең көнө бөйөк бер көн булыр!

Ver Capítulo Copiar




Һошеяғ 1:11
24 Referencias Cruzadas  

Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп, киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ.


Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.


Әгәр уларҙың кире ҡағылыуы донъяны Алла менән дуҫлашыуға килтерә икән, Алла тарафынан ҡабул ителеүҙәре нисек булыр һуң? Был бит үлеләр өсөн терелеү!


Исраилды утлауына кире ҡайтарам. Ул Кармәлдә һәм Башанда утлар, Әфраим таулығында һәм Ғилғәдтә туйғансы ашар.


Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – халҡым Исраил менән Йәһүҙәне тағы элекке мул, имен тормошона ирештерермен. Уларҙы ата-бабаларына Үҙем биргән ергә яңынан ҡайтарырмын, һәм уға ҡабат хужа булырҙар».


Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек.


Аһ, ҡайһылай ҡурҡыныс көн! Быға тиклем ундайҙың булғаны юҡ ине – Был – Яҡуп нәҫеле өсөн һәләкәт осоро. Әммә был көндән халҡым ҡотолор».


Юлбашсылары – үҙҙәренән булыр, Хакимдары үҙ араларынан сығыр. Уны Үҙемә яҡынайтырмын, Ул да Миңә яҡынлашыр. Юҡһа, саҡырылмаған килеш кем Миңә яҡынларға баҙнат итер? – тип белдерә Раббы. –


«Мин уларҙы асыулы, ярһыулы сағымда ҡаты нәфрәттә ҡыуып ебәргән барса илдәрҙән йыйып алырмын һәм, бында алып ҡайтып, имен-аманлыҡта йәшәтермен.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Инде Мин Яҡуп нәҫелен әүәлге мул, имен тормоштарына ирештерермен, Исраилдың бөтә халҡына мәрхәмәтемде ҡылырмын, Үҙемдең изге исемемде фиҙаҡәрҙәрсә яҡлармын.


Ир туғандарығыҙға: «Ғамми», ә ҡыҙ туғандарығыҙға «Рухама» тип өндәшегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios