Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 9:13 - Изге Яҙма

13 Беҙҙең менән булған хәлдәргә үҙебеҙҙең яман эштәребеҙ һәм оло ғәйебебеҙ сәбәп булды. Шуға ҡарамаҫтан, Һин, Аллабыҙ, беҙ лайыҡ булғанға ҡарағанда еңелерәк яза биргәнһең, халыҡтың ҡалдығын иҫән-аман һаҡланың,

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 9:13
11 Referencias Cruzadas  

Яландарҙа шишмәләр урғылттың; Уларҙы тауҙар араһынан ағыҙҙың.


Раббының тоғро мөхәббәте арҡаһында, юҡҡа сыҡманыҡ, Уның мәрхәмәте бөтмәҫ-төкәнмәҫлек;


Ул аҡылдың серҙәрен аңлатыр, Уның күп яҡлылығын күрһәтер ине. Белеп тор, Алла ғәйептәреңдең Ҡайһы береһен онотто әле.


Бар кисергәндәрегеҙ бушҡа булдымы ни? Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел.


Эй Раббым, Һинең шөһрәтең хаҡында ишеттем, Ғәмәлдәреңдән тетрәндем, Раббы! Беҙҙең ваҡытта ла шундай эштәр ҡыл, Беҙҙең заманда ла уларҙы белдер! Ярһыуыңда ла мәрхәмәтте хәтерлә!


Аллабыҙ – бөйөк, ҡөҙрәтле, дәһшәтле, килешеүгә тоғро һәм мөхәббәтле Алла! Ашшур батшалары хакимлыҡ иткән дәүерҙәрҙән алып ошо көнгә тиклем беҙ – батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, пәйғәмбәрҙәребеҙ, ата-бабаларыбыҙ һәм Һинең барлыҡ халҡың – дусар булған ғазаптарыбыҙ Һиңә әле лә аҙ булып тойолмаһын ине.


Ата-бабаларыбыҙ ошолай ҡыланған өсөн, Алла беҙгә һәм ҡалабыҙға бөтә был бәләләрҙе килтермәнеме ни? Ә һеҙ шәмбе көнөн нәжесләп, Уның Исраилға асыуын арттыраһығыҙ, – тинем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios