Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 9:12 - Изге Яҙма

12 Шуның өсөн ҡыҙҙарығыҙҙы уларҙың улдарына бирмәгеҙ, уларҙың ҡыҙҙарын да улдарығыҙға алмағыҙ. Ошо ерҙә нығынайыҡ, уның байлыҡтары менән туйынайыҡ, уны балаларыбыҙға мәңгегә мираҫ итеп ҡалдырайыҡ тиһәгеҙ, бер ваҡытта ла уларға тыныслыҡ һәм файҙа килтерерҙәй бер нәмә лә эшләмәгеҙ».

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 9:12
17 Referencias Cruzadas  

Улар менән туғанлашмағыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы уларҙың улдарына бирмәгеҙ, улдарығыҙҙы уларҙың ҡыҙҙарына өйләндермәгеҙ.


Уларға ғүмерегеҙ буйы, мәңге именлек һәм яҡшылыҡ күрһәтмәгеҙ.


Тәҡүә балаларының балаларына ла мираҫ ҡалдыра, гонаһлының тапҡаны тәҡүәгә насип була.


Әгәр Мине тыңларға теләһәгеҙ, Ерҙең яҡшы ризыҡтары менән туйынырһығыҙ.


Тәҡүә кеше хәләл донъя көтә, үҙенән һуң килгән нәҫеле лә бәхетле булыр.


Үҙҙәренә һәм улдарына был халыҡтарҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алдылар. Хәҙер изге орлоҡ сит халыҡтарҙыҡы менән буталды, етмәһә, арҙаҡлы һәм түрә булып йөрөгән кешеләр был хыянатта беренсе урында тора.


Уларҙың үҙҙәре менән дә, илаһтары менән дә килешеү төҙөмә!


Уның ҡаршыһына Ханани улы Йеһу әүлиә сығып, былай ти: – Һиңә ни өсөн иманһыҙға ярҙам итеп, Раббыны күрә алмаусыларҙы ниңә яратырға кәрәк булды? Шул арҡала һиңә Раббының асыуы төшәсәк.


Эдомдарҙан иһә екһенмәгеҙ, сөнки улар һеҙҙең туғанығыҙ, Мысыр халҡынан да сикәнмәгеҙ, сөнки һеҙ уларҙың ерендә килмешәк булып йәшәнегеҙ.


Ә хәҙер Раббы хозурында йыйылған барлыҡ исраилдар алдында, Аллабыҙ ҡолағына ла ишетелһен тип шуны әйтәм: был һәйбәт ерҙе биләр һәм уны үҙегеҙҙән һуң балаларығыҙға мәңгелеккә мираҫ итеп ҡалдырыр өсөн, Аллағыҙ Раббының бөтә бойороҡтарын теүәл үтәгеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios