Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 8:23 - Изге Яҙма

23 Беҙ, ураҙа тотоп, Алланан ана шуларҙы һораныҡ, һәм Ул беҙҙе ишетте.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 8:23
18 Referencias Cruzadas  

Беренсе айҙың ун икенсе көнөндә Аһауа йылғаһынан Йәрүсәлимгә барырға тип ҡуҙғалып киттек. Аллабыҙҙың рәхмәте юлдаш булып, беҙҙе дошмандар ҡулынан, юлда һағалап тороусыларҙан ҡотҡарҙы.


Әммә ул ерҙә Аллағыҙ Раббыны эҙләйәсәкһегеҙ. Әгәр Уны бөтә йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ.


– Бар, Шушанда булған бөтә йәһүдтәрҙе йый ҙа өс көн, өс төн ашамай-эсмәй минең өсөн ураҙа тотоғоҙ. Мин дә хеҙмәтсе ҡыҙҙарым менән бергә шул рәүешле ураҙа тотормон, шунан, ҡанунға ҡаршы килеп булһа ла, батша янына барырмын. Үлергә яҙһа – үлермен, – тип әйтергә ҡушты.


Алла ярҙамы менән һағриҙарҙы һәм улар менән булғандарҙың барыһын еңәләр. Исраилдар алыш барған мәлдә Аллаға мөрәжәғәт итә һәм Ул Үҙенә ышанғандарҙың ялбарыуын ишетә.


Мин Аллаға, бөйөк Хакимыма, мөрәжәғәт иттем; Уға доға ҡылдым һәм ялбарҙым, ҡыл туҡыма уранып һәм башыма көл һипкән килеш ураҙа тоттом.


Раббы Мысыр халҡын ҡырғын менән язалар, һуңынан шифа бирер. Халыҡ Раббыға ялбарыр һәм Раббы уларҙы сәләмәтләндерер.


– Өс көн элек ошо ваҡытта, сәғәт өстә үҙ өйөмдә доға ҡыла инем, – тине Корнелиус. – Ҡапыл алдымда ялтырап торған кейем кейгән бер әҙәм пәйҙә булды


тол ҡалған, һәм әле ул һикһән дүрт йәштә ине. Ханна һәр ваҡыт ураҙа тотоп, доға ҡылып, Алла йортонда көнө-төнө Аллаға хеҙмәт итте.


«Мине саҡыр, һиңә яуап ҡайтарырмын. Һин белмәгән бөйөк серҙәрҙе һиңә әйтермен».


Шул уҡ айҙың егерме дүртенсе көнөндә бөтә Исраил халҡы тағы йыйылды: улар ураҙа тота ине, ҡыл туҡымаға уранып, баштарына саң-тупраҡ һипкәйне.


Исхаҡ ҡатыны өсөн Раббыға ялбарҙы, сөнки Рабиға түлһеҙ ине. Раббы Исхаҡтың үтенесен ишетте, ҡатыны ауырға ҡалды.


Йеһоахаз Раббыға ялбарҙы һәм Раббы уның доғаһына ҡолаҡ һалды, сөнки Арам батшаһының Исраил халҡын ни тиклем аяуһыҙ иҙгәнен күрҙе.


Үҙ белдегеңә таянма, бөтөн йөрәгең менән Раббыңа инан.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios