Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 7:15 - Изге Яҙма

15 һәм Йәрүсәлимдә төйәк иткән Исраил Аллаһына батша менән уның кәңәшселәре бүләк иткән алтын-көмөштө илтергә бараһың.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 7:15
20 Referencias Cruzadas  

Ерҙәрен биләмә итеп бирҙе, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


Ә мин Һиңә мөһабәт ҡорам һалдым, Ул мәңгегә Һиңә торлаҡ булһын.


Әгәр ҙә берәй батша йәки халыҡ был фарманды боҙорға баҙнат итһә һәм Йәрүсәлимдәге Алла йортона зыян килтерһә, уларҙы исемен шунда төйәкләндергән Алла Үҙе юҡ итһен. Мин, Дарий, бирҙем был фарманды. Ул теүәл үтәлһен.


Шунан үҙ-үҙемә әйттем: «Бына нимә минең өсөн хәсрәт: Юғарыларҙан Юғары уң ҡулы менән Беҙгә элекке һымаҡ ярҙам күрһәтмәй».


Ауазым минең – Аллаға, ялбарамын; Ҡысҡырамын – Ул мине ишетә.


Шуға күрә халҡым уларға эйәрә, Һөйләгәндәрен һыу һымаҡ йота.


Күңелемдә яңғыраны Һинең ауаз: «Йөҙөмдө эҙләгеҙ!» – тинең. Һинең йөҙөңдө эҙләйем, Раббы,


Атыңды белгәндәр Һиңә өмөт бағлар, Сөнки, Раббы, Үҙеңде эҙләгәндәрҙе ташламайһың.


ҙур таштарҙан өс рәт, ағастан бер рәт һалынһын, сығым батша ҡаҙнаһынан түләнһен.


Бына хәҙер иһә, исемем шунда булһын, тип Йәрүсәлимде һәм халҡым Исраилға идара итер өсөн Дауытты һайланым», – тип әйткән булған.


Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Алла өсөн кемдең йорт һалырға көсө етер икән? Уға йорт төҙөү өсөн мин шул тиклем кем? Уға арнап ҡорбан килтерер өсөн генә булмаһа инде.


Нәҫел башлыҡтары, Исраил ырыуҙарының башлыҡтары, мең баштары, йөҙ баштары, батша хужалығында мөдирлек итеүселәр бүләктәр килтерә башлай.


Һин батшанан һәм уның ете кәңәшсеһе исеменән үҙ Аллаң ҡанунының Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдә нисек үтәлеүен асыҡларға


Батшаның, уның кәңәшселәренең, түрәләренең һәм Бабилда йәшәгән бөтә исраилдарҙың Аллабыҙ йорто өсөн саҙаҡа итеп биргән алтын-көмөшөн һәм һауыт-һабаларҙы үлсәп, уларға бирҙем.


Күптәр Йәрүсәлимгә Раббыға тип бүләктәр, Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа затлы әйберҙәр килтерә. Ошо хәлдәрҙән һуң уның бар халыҡтар алдында абруйы үҫә бара.


Уларҙың бергә йәшәгән бөтә күрше-күләне хәйер-саҙаҡанан тыш көмөш һауыт-һаба, алтын, башҡа төр мөлкәт, мал-тыуар, ҡиммәтле әйберҙәр биреп ярҙам итте.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios