12 Батшаларҙың батшаһы Артахшастанан Күк Аллаһы ҡанунын өйрәтеүсе Ғөзәйер ҡаһинға сәләм!
Эй батша, һин – батшаларҙың батшаһыһың, Күк Аллаһы һиңә батшалыҡ та, ҡеүәт тә, көс һәм шөһрәт тә биргән,
Раббы Хаким былай ти: «Батшаларҙың батшаһы Бабил хакимы Навуходоносорҙы аттары, яу арбалары, һыбайлылары, бөйөк ғәскәре һәм күп һанлы халҡы менән төньяҡтан Тирға килтерәсәкмен.
Батша былай тип яуап ҡайтарҙы: Өлкә башлығы Рехумға, кәтип Шимшайға, уларҙың Самарияла һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы башҡа урындарҙа йәшәгән хеҙмәттәштәренә сәләм!
Уның кейемендә һәм янбашында: «Батшаларҙың Батшаһы һәм хакимдарҙың Хакимы» тигән исем яҙылған.
Улар Бәрәс менән һуғышасаҡ. Бәрәс уларҙы еңәсәк, сөнки Ул – хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы. Уның менән бергә булғандар иһә – саҡырылғандар, һайлап алынғандар һәм тоғролар.
Берҙән-бер һәм мөбәрәк Түрә, батшаларҙың Батшаһы һәм хакимдарҙың Хакимы, ваҡыты еткәс, Ғайса Мәсихте ебәрәсәк.
Батша Даниилға: – Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине.
„Минең ғәскәр башлыҡтарым, – ти ул, – Һәммәһе лә батша һымаҡ түгелме ни?
Арам батшаһы Бен-Һадад бөтә ғәскәрен тупланы ла аттары, һуғыш арбалары, үҙенә ҡушылған утыҙ ике батша менән барып Самария ҡалаһын ҡаманы һәм уға ҡаршы һуғыш башланы.
Сөләймән Тифсахтан Газаға тиклем, Евфрат йылғаһының көнбайышында ятҡан бөтә батшалыҡтарға идара итте. Һәр тарафта тыныслыҡ булды.
Ошо хәлдәр булып үткәндән һуң, Фарсы батшаһы Артахшаста хакимлыҡ иткән саҡта, Бабилдан Ғөзәйер исемле кеше ҡайта. Уның шәжәрәһе былай: Ғөзәйер – Сераяһ улы, Сераяһ – Ғазаръяһ, Ғазаръяһ – Хилҡияһ,
Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине.
Раббының Исраил халҡына биргән бойороҡтарын һәм ҡағиҙәләрен өйрәтеүсегә – ғилем эйәһе ҡаһин Ғөзәйергә Артахшаста батша биргән хаттың йөкмәткеһе былай була:
Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты.