Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 6:12 - Изге Яҙма

12 Әгәр ҙә берәй батша йәки халыҡ был фарманды боҙорға баҙнат итһә һәм Йәрүсәлимдәге Алла йортона зыян килтерһә, уларҙы исемен шунда төйәкләндергән Алла Үҙе юҡ итһен. Мин, Дарий, бирҙем был фарманды. Ул теүәл үтәлһен.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 6:12
24 Referencias Cruzadas  

Ул былай тине: – Мин һинең доғаңды, үтенесеңде ишеттем. Һин, Минең исемем мәңге шунда булһын, тип төҙөгән ошо ҡорамды һайлап изгеләндерҙем. Минең күҙҙәрем һәм йөрәгем һәр ваҡыт бында булыр.


Аллағыҙ Раббы бөтә ырыуҙарығыҙҙың ерҙәре араһынан Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урынға ғына барығыҙ, Раббыға унда табынығыҙ.


Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.


Миңә балсыҡтан ҡорбан усағы эшләгеҙ. Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны итеп көтөүегеҙҙән ваҡ һәм эре малды уның өҫтөндә ҡорбанға килтерегеҙ. Исемемде хөрмәт итеү өсөн билдәләнгән һәр урында Мин һеҙгә килермен һәм фатиха ҡылырмын.


– Һин кем, Әфәнде? – тип һораны Шаул. – Мин – һин эҙәрләгән Ғайса, – тип яуап бирҙе тауыш. –


Энең Яҡупҡа йәбер-золом ҡылғаның өсөн, Хурлыҡҡа төшөрөлөрһөң, Мәңгегә юҡ ителерһең.


Һиңә хеҙмәт итергә теләмәгән батшалыҡтар һәләк булыр, Ундай халыҡтар тамам юҡ ителер.


Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.


Уларҙың ауыҙҙарында дөрөҫлөк юҡ; Эстәре тулы емергес уйҙар. Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер, Телдәрендә – ялағайлыҡ.


Батшаның саптар аттарына атланған сапҡындар батша бойороғо менән кисекмәҫтән юлға сыҡты. Фарман Шушан ҡәлғәһендә лә уҡып ишеттерелде.


Инде, исемем мәңге ошонда булһын, тип был ҡорамды һайлап изгеләндерҙем. Минең күҙҙәрем һәм йөрәгем һәр ваҡыт бында булыр.


Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында ваҡ һәм эре малдан Аллағыҙ Раббыға Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбандары сал.


Шунан һуң Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре Дарий батшаның бойороғон бер һүҙһеҙ үтәне.


Шулай итеп, йәһүд аҡһаҡалдары йортто төҙөүен дауам итте һәм, Хаггай пәйғәмбәр менән Ғиддо улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәрҙең вәғәздәренән рухланып, уңышҡа өлгәште. Исраил Аллаһы бойороғо, Фарсы батшалары Кир, Дарий һәм Артахшаста фармандарына күрә төҙөлөш эштәре тамам булды.


һәм Йәрүсәлимдә төйәк иткән Исраил Аллаһына батша менән уның кәңәшселәре бүләк иткән алтын-көмөштө илтергә бараһың.


Һинең Аллаңдың ҡанунын һәм батшаның ҡанунын үтәмәгәндәрҙең барыһы ла мотлаҡ язаға тартылһын: үлемгәме, һөргөнгәме, мал-мөлкәтенән мәхрүм итеүгәме, йә булмаһа төрмәгә ябырғамы хөкөм ителһен.


Шул аҡсаларға иң тәүге сиратта үгеҙҙәр, һарыҡ тәкәләре һәм бәрәстәр, икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандар һатып ал да Аллағыҙҙың Йәрүсәлимдәге йортоноң ҡорбан усағында килтер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios