12 Әммә ата-бабаларыбыҙ Күк Аллаһын асыуландырҙы. Шул арҡала Алла уларҙы Бабил батшаһы халдей Навуходоносор ҡулына бирҙе; ул йортто емереп, халҡын Бабилға һөрҙө.
Ә беҙ гонаһҡа баттыҡ, яҙыҡ юлға баҫтыҡ, яуыз ғәмәлдәр һәм бола ҡылдыҡ, бойороҡтарыңды һәм ҡанундарыңды кире ҡаҡтыҡ.
Раббы, Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша әйткәндәренә ярашлы, Йәһүҙәне юҡ итер өсөн уға ҡаршы Халдей, Арам, Моав, Ғаммон баҫҡынсыларын ебәрҙе.
Ошолар өсөн уларҙы язаһыҙ ҡалдырайыммы? – тип белдерә Раббы. – Ошондай ҡәүемдән үс алмайыммы?
Аҡһөйәктәр өҫтөнә Раббы хурлыҡ яуҙыра, Юлһыҙ ерҙәрҙә уларҙы аҙаштыра.
Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән килеп, Йәрүсәлимдең әйләнәһенә туплам булып урынлашты һәм уратып уба ҡорҙо.
Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы, һәм Раббы уларҙы ете йылға мидйәндәр ҡулына тапшырып ҡуйҙы.
Раббы уларҙы Хасорҙа батшалыҡ иткән Ҡәнғән батшаһы Явин ҡулына тапшырҙы. Харошәҫ-Һаггоимда ғүмер һөргән Сисера уның ғәскәр башлығы ине.
Быға асыуланған Раббы исраилдарҙы баҫҡынсылар ҡулына тапшырҙы – тегеләр уларҙы таланы; уларҙы уратып алған дошмандары ихтыярына бирҙе һәм исраилдар дошмандарына ҡаршы тора алмаҫ булды.
Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?
Шул саҡ уларға асыуым ялҡынланыр һәм Мин, уларҙы ташлап, йөҙ сөйөрөрмөн. Улар башҡаларға ем булыр, баштарына һанһыҙ михнәт-ҡайғылар ябырылыр һәм яза көнөндә: «Был бәләләр башыбыҙға Аллабыҙ беҙҙең менән булмаған өсөн төштө», – тип әйтерҙәр.
Навуходоносор батша хакимлығының ун туғыҙынсы йылында, бишенсе айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһының хеҙмәтсеһе, нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йәрүсәлимгә инде.
Ҡылыстан имен ҡалғандарҙы иһә ул батша Бабилға һөргөнгә алып китә. Йәһүҙә халҡы Бабил батшаһына һәм улдарына ҡол була. Фарсы батшалығы көсәйгәнгә тиклем шулай дауам итә.
Үҙ халҡыма асыуландым, Уны, биләмәмде, хурлыҡҡа ҡалдырып, һиңә бирҙем. Ә һин уларға мәрхәмәт күрһәтмәнең, Хатта ҡарттарға ҡалып кейҙерҙең.
Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ, хакимлығының дүртенсе йылында, Бабилға сәфәргә йыйынды. Йермеяһ пәйғәмбәр Сидкияһты оҙата барған баш хеҙмәтсе Махсеяһ улы Нерияһтан тыуған Сераяһҡа йомош ҡушты.