11 Улар беҙгә ошондай һүҙҙәр менән яуап бирҙе: «Беҙ Күктәрҙең һәм Ерҙең Аллаһы ҡолдарыбыҙ. Бынан күп йылдар элек төҙөлгән йортто торғоҙабыҙ. Заманында уны Исраилдың бөйөк батшаһы төҙөп ултыртҡан булған.
Ә минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсих арҡысағынан башҡа бер ни менән дә маҡтанғым килмәй, минең өсөн был донъя шул арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, ә мин донъя өсөн ҡаҙаҡландым.
Белмәйһегеҙме ни: үҙегеҙҙе тыңлаусан ҡол итеп кемгә тапшырһағыҙ, шуның ҡоло булаһығыҙ. Гонаһ ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе үлемгә килтерер, Алланың тыңлаусан ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе Алла алдында тәҡүә булыуға алып килер.
Һөйөнөслө Хәбәрҙән оялмайым, сөнки ул – уға ышанғандарҙың барыһына ла – иң элек йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға ла – ҡотҡарыу алып килгән Алла ҡөҙрәте.
Уҙған төндә миңә үҙем инанып хеҙмәт иткән Алланың бер фәрештәһе күренде.
Һеҙгә әйтәм: Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Әҙәм Улы ла Алла фәрештәләре алдында ҡабул итер.
Шулай итеп, Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Мин дә күктәге Атам алдында ҡабул итермен.
– Мин ғивримен, – тип яуап ҡайтарҙы Юныс. – Мин диңгеҙ менән ҡоро ерҙе бар иткән Күк Аллаһы Раббыға табынам.
Навуходоносор янып торған мейес ауыҙына килеп: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него, Юғарыларҙан юғары Алланың ҡолдары, сығығыҙ унан, килегеҙ бында! – тип ҡысҡырҙы. Шулай тигәс, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него ут эсенән сыҡты.
Әгәр ҙә ки һеҙҙең Раббыға хеҙмәт иткегеҙ килмәй икән, кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе хәҙер үк ошонда хәл итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһы аръяғында сәждә ҡылған илаһтарғамы, әллә әле һеҙ йәшәп ятҡан ерҙәге әмөриҙәрҙең илаһтарынамы? Әммә мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ.
Ун беренсе йылдың һигеҙенсе айы – бул айында, ҡорам алдан нисек уйланылған булһа, шул рәүешле тотош эшләнеп бөттө. Шулай итеп, Сөләймән уны ете йыл буйына төҙөнө.
Бынан тыш, беҙ һиңә яҙып ебәреү өсөн, уларҙың был эште башлап йөрөүселәренең исемдәрен дә белештек.
күк һәм ер Аллаһы Раббы исеме менән ант ит: улым Исхаҡҡа мин араларында йәшәгән Ҡәнғән иле ҡыҙҙарынан ҡатын алдырма!
Сөләймән егерме йыл буйы ике йорт – Раббы ҡорамын һәм батша һарайын – төҙөнө.