Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 4:15 - Изге Яҙма

15 Ата-бабаларыңдың яҙмаларын тикшереп ҡараһындар, шунан белерһең, был ҡала фетнәсел һәм батшаларға үә өлкәләргә ҡарата зыянлы. Борон-борондан алып улар яғынан ғауғалар булып килгәнгә күрә, был ҡала юҡ ителгән.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 4:15
12 Referencias Cruzadas  

Батшаға шул мәғлүм булһын: һинең илдән күскән йәһүдтәр беҙҙең яныбыҙға, Йәрүсәлимгә, килеп был фетнәсел яман ҡаланы төҙөй башланы, әле улар диуарҙарын аяҡҡа баҫтыра, нигеҙҙәрен йүнәтә.


Хатта былай тип яҙылғайны: «Халыҡтар араһында шундай һүҙ йөрөй, Гешем дә әйтә, имеш, йәһүдтәр менән һин фетнә күтәрергә йөрөйһөң, диуарҙы ла шуға төҙөйһөң икән. Үҙең уларҙың батшаһы булып ултырырға теләйһең,


Быны ишеткәс, Хорон кешеһе Санбаллат, ғаммондар түрәһе Товияһ һәм ғәрәп Гешем беҙҙән мыҫҡыллы көлөп: – Нимә эшләргә уйлайһығыҙ? Әллә батшаға ҡаршы баш күтәрергә йөрөйһөгөҙмө? – тинеләр.


Шул көндө дошман ҡала диуарының бер урынын емерҙе. Халдейҙар ҡаланы һәр яҡтан ҡамауҙа тотһалар ҙа, Йәһүҙә батшаһы яугирҙәре менән бергә ҡасып китте. Улар төндә батша баҡсаһының эргәһендә ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр.


Раббы Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә шул тиклем ныҡ асыулы ине, уларҙы Үҙенең хозурынан алып бырғаны. Сидкияһ Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе.


Беҙ, батшаның тоғро ҡолдары, батшаның зыян күреүенә юл ҡуя алмайбыҙ, шуға күрә ошо хатты ебәрәбеҙ.


Шунлыҡтан батшаға шуны еткерәбеҙ: әгәр ҙә мәгәр был ҡаланы төҙөү тамамланып, диуарҙары аяҡҡа баҫтырыла икән, һин Евфрат йылғаһы аръяғындағы биләмәләреңде юғалтасаҡһың.


Эште тикшереп, бының ысын икәнен асыҡланылар һәм теге икәүҙе дарға аҫтылар. Быларҙың бөтәһе лә батшаның күҙ алдында батшалыҡтың йылъяҙмалар китабына теркәп ҡуйылды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios