Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 3:8 - Изге Яҙма

8 Йәрүсәлимдәге Алла йортона килгәндең икенсе йылының икенсе айында Шеалтиил улы Зеруббавел, Йосадаҡ улы Йешуағ һәм уларҙың ҡәрҙәштәре – ҡаһиндар, левиҙәр, әсирлектән Йәрүсәлимгә ҡайтҡандарҙың һәммәһе эшкә тотондо. Егермеһе тулып үткән левиҙәрҙе Раббы йортон төҙөү барышына күҙәтсе итеп тәғәйенләнеләр.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 3:8
14 Referencias Cruzadas  

Зеруббавел да, Йешуағ та, Исраилдың башҡа нәҫел башлыҡтары ла уларға: – Аллабыҙҙың йортон төҙөүҙә һеҙҙең менән бер ниндәй уртаҡлығыбыҙ ҙа юҡ. Фарсы батшаһы Кирҙың бойороғо буйынса, Исраил Аллаһы Раббыға йортто беҙ үҙебеҙ генә төҙөйәсәкбеҙ, – тине.


Шуларҙың егерме дүрт меңе – Раббы йортонда хеҙмәттә, алты меңе – идара итергә һәм хөкөм сығарырға,


утыҙ йәштән илле йәшкә тиклемге эшкә яраҡлыларын нәҫелдәре, ғаиләләре буйынса һанап сыҡ, улар Осрашыу сатырында хеҙмәт итер.


Йосадаҡ улы Йешуағ, уның ҡаһин ҡәрҙәштәре, Шеалтиил улы Зеруббавел, уның ҡәрҙәштәре бергәләп, Алла бәндәһе Муса ҡанунында яҙылғанса, тотош яндырыу ҡорбаны килтереү өсөн Исраил Аллаһына ҡорбан усағы эшләй башланы.


Шешбассар килеп, Йәрүсәлимдә Алла йортона нигеҙ һалды; шунан алып хәҙергәсә төҙөлөш дауам итә, тамамланмаған әле».


– Был ҡорамға Зеруббавелдың ҡулдары нигеҙ һалды һәм уның ҡулдары ҡорамды төҙөп бөтәсәк. Шул ваҡытта мине һеҙгә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.


Уға әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына был Үҫенте исемле уҙаман. Ул булған урынынан үҫеп сығыр һәм Раббының ҡорамын төҙөр.


Йехонъяһтың улдары: Асир, Малкирам, Педаяһ, Шенассар, Йеҡамъяһ, Һошамағ һәм Недавъяһ. Асирҙың Шеалтиил исемле улы була.


Уларҙы Зеруббавел, Йешуағ, Нөхәмияһ, Сераяһ, Реғелаяһ, Мордехай, Билшан, Миспәр, Бигуай, Рехум һәм Бағана алып килде. Бына ул исраилдарҙың исемлеге:


Йәрүсәлимдә Алла йортон төҙөү эше туҡталды, ул Фарсы батшаһы Дарий хакимлығының икенсе йылына тиклем төҙөлмәй торҙо.


Шунда Шеалтиил улы Зеруббавел менән Йосадаҡ улы Йешуағ Йәрүсәлимдәге Алла йортон яңынан төҙөргә тотондо. Алла пәйғәмбәрҙәре лә улар менән бергә ҡалып, эште ҡеүәтләп торҙо.


Сит ҡәүемдәрҙән ҡатын алған кешеләр ошолар: Ҡаһиндар нәҫеленән: Йосадаҡ улы Йешуағ һәм уның ағай-энеләренең нәҫелдәренән: Мағасеяһ, Әлиғәзәр, Ярив һәм Гедалъяһ.


Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың беренсе көнөндә, Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға һәм баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа Хаггай пәйғәмбәр аша Раббы һүҙе булды:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios