5 Ошонан башлап улар көн һайын тотош яндырыу ҡорбандары, Яңы ай байрамдарында һәм Раббыға арналған бөтә байрамдарҙа ҡорбандар килтерҙеләр, теләгән һәр кем Раббыға үҙ ихтыяры менән башҡа төр саҙаҡалар биреп торҙо.
Билдәләнгән байрамдарығыҙҙа Раббыға килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡаһы, түкмә ҡорбан, татыулыҡ ҡорбандары ана шулар. Уларҙы әйткән нәҙерегеҙ буйынса, йәки үҙ ихтыярығыҙ менән килтерә торған саҙаҡаларға өҫтәмә рәүештә тәҡдим итегеҙ».
Ашлығығыҙҙың, шарабығыҙҙың, зәйтүн майығыҙҙың ундан бер өлөшөн, эре һәм ваҡ малығыҙҙың тәүге үрсемен, нәҙер ҡорбандарығыҙҙы, үҙ ихтыярығыҙҙан сығып бирә торған ҡорбандар һәм саҙаҡаларығыҙҙы йәшәгән урындарығыҙҙа ашарға ярамай.
Үҙегеҙҙең тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн, саҙаҡаларығыҙҙы, нәҙер итеп әйткән бүләктәрегеҙҙе, үҙ ихтыярығыҙҙан сығып бирә торған ҡорбандарҙы, эре һәм ваҡ малдың тәүге үрсемен шунда алып килегеҙ.
Тотош яндырыу ҡорбаны, йәғни ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ ун өс үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдар кәмселекһеҙ булһын.
Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ тотош яндырыу ҡорбаны итеп бер башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс килтерегеҙ. Улар кәмселекһеҙ булһын.
Раббыға күркәм хуш еҫ, тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ кәмселекһеҙ бер башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс килтерегеҙ.
Раббыға күркәм хуш еҫ өсөн тотош яндырыу ҡорбаны итеп түбәндәгеләрҙе килтерегеҙ: ике үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс. Кәмселекһеҙ булһындар.
Раббыға ут ҡорбаны – тотош яндырыу ҡорбаны итеп ике башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс килтерегеҙ; улар кәмселекһеҙ булһын.
Һәр үгеҙ башмаҡ менән бергә – ярты һин, һәр һарыҡ тәкәһе менән бергә һиндың өстән бер өлөшө, һәр бәрәс менән бергә һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә түкмә ҡорбан килтерегеҙ. Был – йыл әйләнәһенә һәр айҙың башында килтерелә торған ут ҡорбаны.
Әгәр тотош яндырыу ҡорбаны эре малдан икән, ул кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ булһын. Раббы был ҡорбанды ҡабул ҡылһын өсөн ҡорбан килтереүсе башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына алып килһен.
Раббыға тотош яндырыу ҡорбанын етенсе айҙың тәүге көнөнән үк килтерә башланылар. Ә ул ваҡытта Раббы ҡорамына нигеҙ һалынмағайны әле.
Леви нәҫеленән булған ҡаһиндар хозурымда даими рәүештә тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим итер, икмәк саҙаҡаһы яндырыр, ҡорбан салыр.
– Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: арағыҙҙан берәйһе Раббыға мал-тыуарҙан ҡорбан килтерһә, ҡорбаны эре йәки ваҡ мал булһын.
– Исраилдарға Раббы тәғәйенләгән байрамдар тураһында иғлан ит: ул байрамдарҙа изге йыйындар саҡырылһын. Мин тәғәйенләгән байрамдар түбәндәгеләр:
Леви Ҡоре Имна улы, Көнсығыш ҡапҡа һаҡсыһы, Аллаға арнап үҙ ихтыяры буйынса килтерелгән бүләктәр өсөн яуаплы була, Раббыға килтерелгән һәм изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙы Раббы хеҙмәтендәгеләргә өләшә.
Беҙ, йәрәбә ташлап, ҡаһиндар, левиҙәр һәм халыҡ кемдең ҡасан Аллабыҙ йорто өсөн утын алып килергә тейешлеген билдәләнек. Ҡанунда яҙылғанса, Аллабыҙ Раббының ҡорбан усағына яғыр өсөн һәр нәҫел йыл һайын тәғәйен ваҡытта утын килтерәсәк.