70 Ҡаһиндар, левиҙәр, халыҡтың бер өлөшө, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре үҙ ҡалаларында төйәкләнде. Исраилдың ҡалған бөтә халҡы үҙ ҡалаларында йәшәй башланы.
Шулай итеп, бөтә исраилдар – ҡаһиндар, левиҙәр, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар, ҡорам хеҙмәтселәре, ябай халыҡ үҙ ҡалаларында йәшәй башланы.
Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Аллаң Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.
Беренсе булып үҙ биләмәләренә, ҡалаларына ябай исраилдар, шулай уҡ ҡаһиндар, левиҙәр һәм ҡорам хеҙмәтселәре әйләнеп ҡайта.
Самарияға кире килеп, ҡапҡа һаҡсыларын саҡырҙылар ҙа уларға: – Арамиҙарҙың тупламына барғайныҡ. Унда бер кем дә юҡ, тып-тын. Аттары менән ишәктәре генә бәйле тора. Сатырҙарын да, нисек бар, шулай ташлап киткәндәр, – тип һөйләп бирҙеләр.
Бына өлкәнең Бабил батшаһы Навуходоносор Бабилға алып киткән һәм әле һөргөн әсирлегенән Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәгә, һәр береһе үҙ ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡан кешеләре.