40 Левиҙәр: Һодауъяһ нәҫеле Йешуағ менән Ҡадмиил тармағынан – етмеш дүрт кеше.
Йешуағ, уның улдары менән ағай-энеләре, Ҡадмиил менән уның улдары (Һодауъяһ нәҫеле), бер кешеләй булып, Алла йортон төҙөүселәрҙең эш барышын күҙәтә башланы. Хенадад нәҫелдәре уларға ярҙам итте. Улар барыһы ла левиҙәр ине.
Левиҙәр: Йешуағ нәҫеленән (Һодауъяһ нәҫеленән Ҡадмиил тармағы) – етмеш дүрт кеше.
Харим нәҫеленән – бер мең ун ете кеше.
Ҡорам йырсылары: Асаф нәҫеленән – бер йөҙ егерме һигеҙ кеше.
Дүртенсе көндә беҙ бөтә алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Аллабыҙ йортонда Урияһ улы Меремоҫ ҡаһиндың ҡулына тапшырҙыҡ. Пинхас улы Әлғазар, левиҙәр Йешуағ улы Йозавад, Биннуй улы Ноғадъяһ уның менән ине.
Левиҙәр: Йешуағ, Биннуй, Ҡадмиил, Шеревъяһ, Йәһүҙә һәм ҡәрҙәштәре менән шөкөрана мәҙхиәләре башҡарыу өсөн яуаплы булған Маттанъяһ.