Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғөзәйер 10:11 - Изге Яҙма

11 Инде ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы алдында гонаһтарыбыҙҙы танып, Уның ихтыярын үтәгеҙ: урындағы халыҡтарҙан һәм сит ҡәүем ҡатындарынан айырылығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Ғөзәйер 10:11
24 Referencias Cruzadas  

Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп, һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил булыуын асыҡлай алырһығыҙ.


Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.


Һин хакимымдың һәм Аллабыҙҙың бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған кешеләрҙең кәңәше буйынса беҙ, бөтә был ҡатындарҙы балалары менән бергә ҡыуып ебәрәбеҙ, тип Аллабыҙ менән килешеү төҙөйөк – әйҙә, ҡанун талап иткәнсә булһын!


– Улым! – тине Йушағ Ғаханға. – Исраил Аллаһы Раббыны данла һәм Уға маҡтау яуҙыр! Нимә эшләгәнеңде миңә һөйләп бир, бер нәмәне лә йәшермә.


Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, Раббыға лайыҡлы йәшәүегеҙҙе һәм эштәрегеҙ менән Уға хуш килерлек булыуығыҙҙы теләп доға ҡылабыҙ.


Шуға күрә, «Улар араһынан сығығыҙ, уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ, шунда Мин һеҙҙе ҡабул итермен.


Тик һин ғәйебеңде таны: Аллаң Раббыға ҡаршы баш күтәрҙең, Һәр бер суҡ ботаҡлы ағас аҫтында Наҙҙарыңды ят илаһтарға өләштең, Әйткәндәремә ҡолаҡ һалманың, – тип белдерә Раббы. –


Сөнки Раббы былай ти: «Шәмбе көндәремде тотҡан, Мин хуш күргәндәрҙе һайлаған, Килешеүемә тоғро ҡалған алашарҙарға


Ул хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ярата, Ер Раббының тоғро мөхәббәте менән тулы.


Ҡанун һүҙҙәрен ишеткәс, улар исраилдар араһынан бөтә сит ҡәүемдәрҙең нәҫелдәрен айырып ебәрҙе.


Ошо хәлдәрҙән һуң, халыҡ башлыҡтары, минең янға килеп, былай тине: – Исраил халҡы ла, ҡаһиндар менән левиҙәр ҙә эргә-тирәлә йәшәгән сит халыҡтарҙың – ҡәнғәни, хитти, перизи, йевуси, ғаммони, моав, мысыр, әмөриҙәрҙең – ерәнгес эштәренән айырылманы.


Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән-мәңгегә дан. Амин.


Шулай итеп, элек һуҡыр булған кеше икенсе тапҡыр саҡыртылды. Башлыҡтар уға: – Алла алдында дөрөҫөн әйт! Һин әйткән кешенең гонаһлы икәнен беләбеҙ, – тинеләр.


Хизкияһ Раббыға хеҙмәттә оҫталыҡ күрһәткән бөтә левиҙәрҙе рухландыра. Татыулыҡ ҡорбандары килтерә-килтерә, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны данлай-данлай, байрам ризығын ете көн ашайҙар.


Ғөзәйер ҡаһин тороп баҫты ла былай тине: – Һеҙ Раббыға хыянат иттегеҙ: сит ҡәүемдәрҙән ҡатындар алып, Исраилдың ғәйебен арттырҙығыҙ.


Бөтә йыйын көслө тауыш менән: – Һин беҙгә нимә тип әйтәһең, шулай эшләрбеҙ! – тип ҡысҡырҙы. –


Исраил тоҡомо бөтә сит халыҡтарҙан айырылды. Улар аяғүрә тороп үҙҙәре ҡылған гонаһтарын, ата-бабаларының яҙыҡ эштәрен таныны.


Исраилдың Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: тормош рәүешегеҙҙе, ғәмәлдәрегеҙҙе төҙәтегеҙ, шул сағында Мин һеҙҙе был урында йәшәргә ҡалдырырмын.


Шуға күрә, эй Исраил нәҫеле, һеҙҙең һәр берегеҙҙе тотҡан юлығыҙға ҡарап хөкөм итәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Тәүбәгә килегеҙ! Гонаһығыҙ абыныу ташы булмаһын өсөн бөтә енәйәттәрегеҙҙән ваз кисегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios