10 алтын табаҡ – утыҙ, башҡа көмөш табаҡтар – дүрт йөҙ ун, башҡа төр һауыт-һаба – мең дана.
Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны;
Уларҙың һаны былай ине: алтын табаҡ – утыҙ, көмөш табаҡ – мең, бысаҡ – егерме туғыҙ,
Алтын-көмөш һауыт-һаба бөтәһе биш мең дүрт йөҙ дана булды. Элек Бабилға һөрөлгәндәр Йәрүсәлимгә ҡайтҡан саҡта, Шешбассар быларҙың барыһын да үҙе менән алды.
Улар ҡаҙандарҙы, көрәктәрҙе, филтә таҙартҡыстарҙы, сеүәтәләрҙе, табаҡтарҙы, ғөмүмән, ҡорамдағы ғибәҙәт хеҙмәтендә ҡулланылған барлыҡ баҡыр һауыттарҙы алды.