Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 8:11 - Изге Яҙма

11 Раббы Хаким былай тип белдерә: «Бына шундай көндәр килә, Был илгә ҡытлыҡ ебәрәм, Аҙыҡҡа һәм һыуға түгел, Раббы һүҙҙәренә ҡытлыҡ булыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Раббы Хаким былай тип белдерә: «Бына шундай көндәр килә, Был илгә ҡытлыҡ ебәрәм, Ашарға мул, эсергә күп булыр, Раббы һүҙҙәренә ҡытлыҡ булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Раббы Хаким былай тип белдерә: «Бына шундай көндәр килә, Был илгә ҡытлыҡ ебәрәм, Аҙыҡҡа һәм һыуға түгел, Раббы һүҙҙәренә ҡытлыҡ булыр.

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 8:11
12 Referencias Cruzadas  

Ғазап туҫтағы Раббы ҡулында, Ул ҡайнап торған, тәмләткестәр ҡушылған шарапҡа тулы. Раббы шарапты ҡойор, Ер йөҙөндәге барлыҡ залимдар Төпрәһенә тиклем эсеп ҡуйыр.


Үҫмер Шемуил Ғәлиҙең ҡулы аҫтында Раббыға хеҙмәт итте. Ул осорҙа Раббының һүҙе һирәк килә, илаһи күренмештәр ҙә йыш түгел ине.


Оҙаҡ йылдар Исраил халҡы хаҡ Аллаһыҙ, юл күрһәтеүсе ҡаһинһыҙ, ҡанунһыҙ йәшәне.


Ул Раббыға кәңәш һорап мөрәжәғәт итте. Әммә Раббы уға төшөндә лә, урим аша ла, пәйғәмбәрҙәр арҡылы ла яуап бирмәне.


Бәлә өҫтөнә – бәлә, яман хәбәр артынан яман хәбәр килер. Пәйғәмбәрҙәрҙән Раббының күренмештәрен һорап ялбарырҙар; ҡаһин ҡанун өйрәтмәҫ, аҡһаҡалдар кәңәш бирмәҫ.


Ғайса, күмәк халыҡты күреп, уларҙы бик йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж ине.


Шуға күрә һеҙгә күренмештәрһеҙ төн килер, Ҡараңғыла күрәҙәлек итә алмаҫһығыҙ. Пәйғәмбәрҙәр өсөн ҡояш батыр, Көнөгөҙҙө ҡараңғылыҡ баҫыр.


Шемуил Шаулдан: – Ниңә һин мине сығарып бимазалайһың? – тип һораны. – Бик ауыр хәлгә ҡалдым, – тип яуап ҡайтарҙы Шаул. – Пелештиҙәр миңә ҡаршы яу асты. Ә Алла миңә арты менән боролдо, пәйғәмбәрҙәр аша ла, төшөмдә лә яуап бирмәй. Шуға күрә, миңә ни эшләргә кәрәклеген өйрәтһәң ине тип, һине саҡырттым.


Уны ташландыҡ хәлгә төшөрәм: Ботаҡтарын тәрбиәләп киҫмәҫтәр, Ерен йомшартмаҫтар – Әйҙә сәнскәк менән билсән баҫһын. Болоттарға бойороҡ бирәм: Өҫтөнә ямғыр яумаһын.


Алланан асылыш юҡ икән – халыҡ йүгәнһеҙ; ҡанунға тоғролар мең бәхетле.


Юҡһа Мин уны шәрә ҡалғансы сисендерермен, Инәнән тыуғандағы һымаҡ яланғас ҡалдырырмын. Сүллеккә, ҡоро тупраҡҡа әйләндереп, Һыуһыҙлыҡтан үлтерермен.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios