Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 7:4 - Изге Яҙма

4 Раббы Хаким минең күҙ алдыма түбәндәге күренеште баҫтырҙы: бына Ул, халҡын хөкөм итмәк булып, ут саҡырҙы. Ут диңгеҙ һыуҙарын төбөнә тиклем ялмап йотто, ерҙең бер өлөшө лә янды.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Раббы Хаким минең күҙ алдыма түбәндәге күренеште баҫтырҙы: бына Ул халҡын хөкөм итмәк булып ут саҡырҙы. Ут диңгеҙ һыуҙарын төбөнә тиклем ялмап йотто, ерҙең бер өлөшө лә янды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Раббы Хаким минең күҙ алдыма түбәндәге күренеште баҫтырҙы: бына Ул, халҡын хөкөм итмәк булып, ут саҡырҙы. Ут диңгеҙ һыуҙарын төбөнә тиклем ялмап йотто, ерҙең бер өлөшө лә янды.

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 7:4
22 Referencias Cruzadas  

Раббы Хаким миңә шундай күренмеш иңдерҙе: бына батша өлөшөнә төшкән иген йыйылып, баҫыуҙар ҡабат йәшелләнә башлағас, Ул саранча тубы хасил итте.


Шунан һуң күрәм: ана күктә ишек асыҡ һәм унан әлеге борғонан сыҡҡандай көслө тауыш миңә былай тине: – Бында күтәрел. Мин һиңә ошоларҙан һуң булырға тейешле нәмәләрҙе күрһәтермен.


Фәрештәләр тураһында: «Алла Үҙенең фәрештәләрен – ел, хеҙмәтселәрен ялҡынлы ут итә», – тиелгән.


Уның асыуына кем ҡаршы торор, Ялҡынлы ярһыуына кем сыҙар? Ут һымаҡ түгелә Уның асыуы, Ҡаршыһында ҡаялар ҡыйрала.


Утта ирегән балауыҙмы ни, Аяҡ аҫтарында тауҙар ирер; Түбәләрҙән аҡҡан һыуҙармы ни, Үҙәнлектәр икегә йырылыр.


Ул миңә тағы бер нәмә күрһәтте: бына Ул, бөйөк Хаким, текә диуар өҫтөндә тора, Уның ҡулында – ҡурғаш ауыртмаҡ.


Раббыға ынтылығыҙ – Шул саҡ иҫән ҡалырһығыҙ. Юҡһа Ул, ялҡын шикелле, Йософ йортон ялмап алыр. Бейт-Ил дә дөрләп яныр – Уны һүндереүсе булмаҫ.


Нисек Содом менән Ғамораның аҫтын өҫкә әйләндерһәм, һеҙҙең ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе лә шулай һәләк иттем. Һеҙ ут эсенән тартып алынған торонбаш хәлендә булдығыҙ. Шунда ла һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –


Газа диуарҙарына ут төртәм, Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!


Хазаилдың һарайына ут төртәм, Ялҡын Бен-Һадад ҡәлғәһен ялмап йотор!


Күктә һәм ер йөҙөндә хикмәтле билдәләр күрһәтермен: Ҡан, ут һәм төтөн бағаналары күренер.


эй Дауыт нәҫеле! Раббы былай ти: „Һәр көн иртән ғәҙел хөкөмдәр ҡыл, Таланғанды ҡыйырһытыусы ҡулынан ҡотҡар, Юҡһа ҡылған яуызлыҡтарығыҙ өсөн Асыуым ут кеүек тоҡаныр ҙа Уны бер кем дә һүндерә алмаҫ.


Үҙегеҙҙе Мин Раббыға бағышлағыҙ, Йөрәгегеҙҙе сөннәткә ултыртығыҙ, Эй Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр! Юҡһа ҡылған яуызлыҡтарығыҙ арҡаһында Асыуым ут һымаҡ тоҡаныр, Һис кем һүндерә алмаҫлыҡ булып дөрләр».


Миндә асыу юҡ! Ләкин ул сәнскәк менән билсән үҫтерһә, Уға ҡаршы яу асырмын, Тотош утта яндырырмын.


Сөнки асыуымдан ут тоҡанды, Үлеләр донъяһының тәрәнлектәренәсә яныр. Ер йөҙөн, емештәрен йотоп юҡ итер, Тауҙарҙың нигеҙенә тоташыр.


Раббының хозурынан ут сығып, хуш еҫле матдәләр килтергән теге ике йөҙ илле ирҙе лә һәләк итте.


Шул саҡ Раббы хозурынан ут сыҡты ла уларҙы ялмап алды. Улар Раббы алдында үлде.


Йә Раббы, Һиңә ялбарам! Далалағы көтөүлектәр көйөп бөттө, Ҡырҙағы барлыҡ ағастарҙы ялҡын ялманы.


Мин Йәһүҙәгә ут төртәм, Йәрүсәлим ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор».


Исраил еренә әйт, Раббы былай ти: «Бына, Мин һиңә ҡаршы сығам! Ҡынынан ҡылысымды һурып алам да һәммәгеҙҙе – тәҡүәләрҙе лә, яуыздарҙы ла – ҡырам.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios