Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 6:14 - Изге Яҙма

14 – Эй Исраил нәҫеле, тиҙҙән Мин Һеҙгә ҡаршы бер ҡәүемде ҡотортам, – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, шулай ти. – Улар һеҙҙе Лево-Хамаҫтан алып Ғарава үҙәненә тиклем иҙәсәк.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

14 – Эй Исраил нәҫеле, тиҙҙән Мин Һеҙгә ҡаршы бер ҡәүемде ҡотортам, – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, шулай ти. – Улар һеҙҙе Лево-Хамаҫтан алып Ғарава үҙәненә тиклем иҙәсәктәр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 – Эй Исраил нәҫеле, тиҙҙән Мин Һеҙгә ҡаршы бер ҡәүемде ҡотортам, – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, шулай ти. – Улар һеҙҙе Лево-Хамаҫтан алып Ғарава үҙәненә тиклем иҙәсәк.

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 6:14
13 Referencias Cruzadas  

Исраил Аллаһы Раббының Үҙенең ҡоло Юныс пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәренә ярашлы, Яровғам Исраилдың Лево-Хамаҫтан алып Ғарава күленә тиклемге биләмәләрен кире ҡайтарҙы. Юныс Амиттай тигән кешенең улы булып, Ғаҫ-Хефәр ҡалаһынан ине.


Аллабыҙ Раббы хозурында Сөләймән менән бергә бөтә Исраил – Лево-Хамаҫтан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем йәшәгән барса халыҡ – ҙур йыйын булып ете көн байрам итте. Ете көн, унан тағы ете көнгә, йәмғеһе ун дүрт көнгә һуҙылған оло бер байрам булды.


Самария кешеләре Бейт-Ауендағы башмаҡ бото өсөн борсолоп-ҡурҡып торор, Уның өсөн халыҡ йәш түгер; Боттоң алыҫлашҡан данын уйлап, Боттарға табынған ҡаһиндар ҙа ошо хаҡта һыҡтар.


Был көндө бөйөк Хаким Евфраттың аръяғында ялланған бәке – Ашшур батшаһы – менән һаҡалығыҙҙы, сәсегеҙҙе, тәнегеҙҙәге бөтә төктәрегеҙҙе ҡырып ташлар.


Һошеяғтың батшалыҡ итеүенең туғыҙынсы йылында Ашшур батшаһы ҡаланы ҡулға төшөрҙө һәм Исраил халҡын Ашшурға һөргөнгә алып китте. Уларҙы Халахҡа, Хавор йылғаһы буйындағы Гозан төбәгенә һәм Мадай ҡалаларына төйәкләндерҙе.


Исраилда Пеҡах батшалыҡ иткән заманда Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп Ғиййон, Авел-Бейт-Мағаха, Яноах, Ҡәдәш, Хасор ҡалаларын, Ғилғәдте, Галилеяны һәм Нафтали ырыуының бөтә ерҙәрен баҫып алды, уларҙың халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуып алып китте.


Көнбайышта Лево-Хамаҫ ҡаршыһындағы урынға тиклем илдең сиге Бөйөк диңгеҙ буйлап үтер. Был – көнбайыштағы сик.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Дошман килеп илеңде ҡамар, Самария, Һине ҡеүәтеңдән яҙҙырып, Ҡәлғәләрегеҙҙе тотош талар».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios