Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 5:1 - Изге Яҙма

1 Эй Исраил нәҫеле, ҡолаҡ һалығыҙ. Һеҙҙең хаҡта матәм йыры йырлайым.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Эй Исраил нәҫеле, ҡолаҡ һалығыҙ. Һеҙҙең хаҡта матәм йыры йырлайым.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Эй Исраил нәҫеле, ҡолаҡ һалығыҙ. Һеҙҙең хаҡта матәм йыры йырлайым.

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 5:1
19 Referencias Cruzadas  

– Ә һин Исраил хакимдары өсөн һыҡтау йырлап әйт:


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ҡолаҡ һалығыҙ! Һыҡтаусы ҡатындарҙы саҡырығыҙ, Уларҙың иң оҫталары килһен».


Мин тауҙар өсөн илап йәш түгәм, Далалағы көтөүлектәр тип һыҡтайым! Улар барыһы ла көйөп бөткән, Ул ерҙән һис кем йөрөмәй. Һыйырҙарҙың мөңрәгәне ишетелмәй; Һауалағы ҡош, януарҙар – барыһы ла ҡасып бөткән.


Эй Йәрүсәлим, сәсеңде ҡырҡып ташла, Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа һыҡта. Сөнки асыуын ҡабартҡан был нәҫелдән Раббы ваз кисте, уны ташланы.


Ул көндө һеҙҙе ғибрәт итеп һөйләрҙәр, Хәсрәтле йыр һүҙҙәрен ҡабатлап үсекләрҙәр: „Таланылар беҙҙе, таланылар! Минең халҡымдың өлөшөн һаталар! Ҡайғы беҙгә! Еребеҙ тартып алына! Баҫыуҙарыбыҙҙы беҙҙе әсиргә алғандарға өләшәләр“.


Шуның өсөн Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Хаким былай ти: «Бөтә майҙандарҙа – илау-һыҡтау, Барса урамдарҙа аһ-зар яңғырар. Игенсене ҡайғы уртаҡлашырға, Сеңләүселәрҙе матәм көнөнә саҡырырҙар.


Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!


Ошо һүҙҙе тыңлағыҙ, исраилдар! Раббы уны һеҙҙең хаҡта, Мысыр еренән алып сыҡҡан был нәҫелдең бөтәһенә әйтә.


Мысыр өсөн йырланасаҡ һыҡтау йыры ошо. Ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙары йырлаясаҡ уны. Мысыр һәм уның өйөр-өйөр халҡы хаҡында йырланасаҡ ул“», – тип белдерә Раббы Хаким.


– Эй әҙәм улы, Мысыр батшаһы фирғәүен тураһында һыҡтау йыры йырла, әйт уға: «Һин халыҡтар араһында – гүйә йәш арыҫлан; Һин диңгеҙҙәге аждаһа кеүекһең: Йылғаларыңды күбекләндерәһең, Аяҡтарың менән һыуҙы болғандырып, Йылғаларҙы бысратаһың.


– Эй әҙәм улы, Тир батшаһы тураһында һыҡтау йыры йырла. Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Һин камиллыҡтың мөһөрө, Аҡылдың бөтөнлөгө, Гүзәллектең тажы инең.


– Инде һин, эй әҙәм улы, Тир ҡалаһы тураһында һыҡтау йыры йырла.


Улар һинең хаҡта һыҡтау йырын көйләр: „Эй даның таралған, диңгеҙселәр төйәкләнгән ҡала, Һин һәләк булдың! Һин һәм һиндә йәшәүселәр Диңгеҙҙә иң ҡөҙрәтле инегеҙ, Бар халыҡты дәһшәткә һалдығыҙ.


Олононан ут сыҡты ла Емештәрен ялмап алды, Хакимлыҡ таяғы булырлыҡ Көслө ботағы ҡалманы». Был – һыҡтау йыры, ул һыҡтау йыры булып ҡаласаҡ.


Эй ҡатындар, Раббы һүҙен ишетегеҙ! Уның ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙгә ҡолаҡ һалығыҙ. Ҡыҙҙарығыҙҙы – һыҡтарға, Бер-берегеҙҙе ҡайғы йырына өйрәтегеҙ.


Шулай булғас, был ҡыланыштары өсөн Уларҙы язаламайыммы? – тип белдерә Раббы. – Шундай ҡәүемдән үс алмайыммы?»


Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡәүемдәр араһында һораштырығыҙ, Бындай хәлде берәйһенең ишеткәне бармы? Ғиффәтле ҡыҙ Исраил ерәнгес бер эш ҡылды.


Самарияның боттары менән ант итеүселәр, Йәки: „Һинең илаһың менән ант итәм, Дан“, Йә: „Беер-Шәвәғкә барған юл менән ант итәм“, – тип әйтеүселәр Йығылыр ҙа бүтәнсә тора алмаҫ».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios